Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-09-2013, 16:52 | Категория: ИҒЛАНДАР / Тыуған илем

Просмотров 2 483
"Аҡбуҙат"та баҫылған:
Рубрика:ИҒЛАНДАР / Тыуған илем
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Ҡариҙел
Борон заманда, хәҙерге Ҡариҙелдең башында, йәшәгән, ти, бер батыр. Бик күпте күргән, ил гиҙгән, яу сапҡан егет булған. Иң һуңғы яуҙағы ҡаһарманлығы өсөн был егетте батша үҙе саҡыртып алған да әйткән, ти:
— Һин, егет, илде һаҡлап алып ҡалдың. Бының өсөн һиңә рәхмәт. Инде йәнеңә ни теләйһең, минең хазинанан шуны ал.
— Рәхмәт, миңә бер төрлө лә байлыҡ кәрәкмәй. Һин, батшам, миңә, мөмкин булһа, азатлыҡ һәм алтын һарайыңдағы ҡара айғырыңды бир. Ғүмер буйы ситтә йәшәһәм, бер иптәшем булыр, — тигән батыр.
Батша бер аҙ уйға ҡалған, ти. Әммә әйткән һүҙ — атҡан уҡ.
Шунан батша атты килтерергә әмер биргән. Егетте ирекле тип иғлан иткән, ти.
Батыр егет, ҡара айғырҙы менеп, үҙенең тыуған иленә, — Урал тауҙарына ҡайтып килгән, ти. Тегенең айғырына һоҡланмаған кеше ҡалмаған. Бик яман көнләшә лә башлағандар бынан. Дуҫ бар, дошман бар, айғырға ҡул һалырға теләүселәр ҙә ишетелә башлаған. Шунан был батыр: «Минең иркем бар, менергә айғырым бар. Ни эшләп әле мин бында ятам?» — тип уйлаған да сығып китеп, ил гиҙеп йөрөгән. Шунан бер тау итәгенә барып урынлашҡан, ти. Тауҙы умырып өң яһаған да шунда йәшәй башлаған.
Ул арала инде ҡара айғырҙың даны бөтә илдәргә таралып өлгөргән булған. Күрер өсөн төрлө илдәрҙән сапҡындар килә башлаған.
Бер саҡ айғыр үҙе телгә килеп әйткән, ти:
— Эй, егетем, йоҡлап ятма, әйҙә китәйек. Беҙ икәү юлда булһаҡ, берәү ҙә мине һинән ала алмаҫ.
— Юҡ, — тип әйткән егет, — мин һине былай ҙа кеше ҡулына бирмәм. Бына ошо тау эсенә йәшерермен.
Ул тауҙы аҡтарып, айғырға урын яһап, өҫтөнән таш менән ябып бикләп тә ҡуйған. Айғырға ҡыҙығыусылар бөтә ерҙе аҡтарып эҙләгән. Шул саҡ малҡай, моңайып, бер кешнәп ебәрә. Әллә ҡайҙарға китә уның тауышы. Быны ишетеп ҡалып, йылғыр сапҡындар килеп тә етә. Айғыр ятҡан урынды табып, ташты аҡтара башлайҙар. Ишектәге таш алынғас, ат атылып сыға ла ҡаса.
Тегенең тояҡ көсөнә тау ишелеп китә, атылып шишмә килеп сыға. Ул урмандар, тауҙар аша әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа борола-борола саба икән, ә тауҙан бәреп сыҡҡан көслө һыу уның тояҡ эҙенән ҡалышмай ағып бара ла бара икән. Ҡара айғыр Ағиҙел буйҙарына сабып барып сыҡҡан да күҙҙән юғалған. Уның тураһында башҡа ишетеүсе лә, күреүсе лә булмаған. Ә һалҡын һыулы, йүгерек шишмә, йылғаға әйләнеп, Ағиҙелгә барып ҡушылған.
Бына шулай барлыҡҡа килгән, ти, Ҡариҙел йылғаһы.
Ҡариҙел — Көньяҡ Уралдағы йылға. Шулай уҡ Өфө йылғаһы тип тә йөрөтәләр. Силәбе өлкәһе, Ҡарабаш тау итәгендәге Өфө күленән башлана. Силәбе, Свердловск өлкәләре, Башҡортостандың Дыуан, Ҡариҙел, Нуриман, Благовещен, Иглин, Өфө райондары аша аға. Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһына уң яҡтан ҡушыла. Уның оҙонлоғо 918 км. Төп ҡушылдыҡтары: Бисәрт, Төй уң яҡтан, Әй, Йүрүҙән һул яҡтан.

Рәссам Глеб ГОЛУБЕВ
Регина ШАҺИСОЛТАНОВА әҙерләне.
(голосов:2)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар