Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-08-2018, 19:42 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 702
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2018
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:Серле йомғаҡ
Автор:Гөлнур ШӘРИПОВА
Район:Мәләүез
Ауыл:Ҡаран
Рәссам:Майя Ҡәйүмова
Серле йомғаҡ

Борон-борон заманда, иҫ китмәле мөғжизәләргә тиң, йәмле тәбиғәт ҡосағында йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Ҡарсыҡ көндәр буйы йөн иләгән, эшһөйәр бабай ҡаҙ-өйрәктәргә йомортҡа һалһын өсөн талдан оя үргән, ҡош-ҡорт көткән, йылға буйында балыҡ тотҡан. Бер көн шулай әбей йөн иләп ултырғанда арып, ойоп, ҡулындағы йомғағы тәгәрләп төшөп киткән.
Быны күреп, бесәй балаһы йомро йомғаҡты тәгәрләтеп уйнарға тотонған. Йомғаҡ әле былай, әле тегеләй, ишектән тупһаға, тупһанан ихатаға тәгәрләгән. Бесәй балаһы йомғаҡтан күҙен алмай, уға эйәреп сыҡҡан.
Тәпәйҙәрен ҡаҙ үләне ҡытыҡлағандай иткәс, ҡояш нурына иркәләнеп, уны күҙәтеп ятырға булған. Ята торғас, тәмле йоҡоға талған.
Йомғаҡ юлын дауам иткән. Уны Аҡбай күреп ҡалған, әле бер яҡтан, әле икенсе яҡтан әйләнеп йөрөп, тикшерергә тотонған. Тәгәрләтә торғас, хәле бөтөп, теле һәленеп, ҡыҙыу ҡояштан ҡасып, күләгәгә барып ятҡан. Йомғаҡ алға тәгәрләүен белгән. Тиҙҙән ҡаңғылдашҡан, сипылдаған тауышҡа туҡтап, мамыҡтай бәләкәй генә йән эйәләренең ҡанат ҡағып, ҡайҙалыр ашығыуын күреп ҡалған. Ҡаҙ, бәпкәләрен эйәртеп, йылға буйына йыйынған икән. Алға табан ынтылған йомғаҡ таныш кәрзинде күргән: «Кис һайын хужабикәм ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге минең кеүек йомғаҡтарҙы ҡәҙерләп кенә алып ошо кәрзингә һала ине түгелме?» Кәрзингә яҡынайыу менән «сип-сип», «ҡыт-ҡыт» тигән тауыш килгән, тауыҡ йомғаҡҡа оҡшаған һап-һары йомроҡайҙарҙы эйәртеп сыҡҡан, улары үләнгә эләгеп, төрлө яҡҡа тәгәрләй икән. Йомғаҡ таныш кәрзиндең эсенә үк төшөп ятҡан да: «Ниндәй тылсымлы оя. Серем итеп алһам да була», — тип тәгәрләүҙән туҡтаған, ти.
Әбей уянып китһә, ҡулында йомғағы юҡ. Бик оҙаҡ эҙләп таба алмаған. Бабайы ла күрмәгән. Күпмелер ваҡыт үткәс, әбей, тауыҡ йомортҡа һалғандыр, бәлки, тип, ояны ҡарарға сыҡҡан. Ҡулын һуҙыуы булған, бәй, аптырап, йомғағын килтереп сығарған. Ҡыуанысынан үрле-ҡырлы һикереп, шатлыҡлы хәбәрен еткерергә бабайы янына ашыҡҡан, саҡ эләгеп йығылмаған.
Йомғаҡҡа уралған донъя йәме өй эсенә тулған. Сихри моң-ауаздар һеңгән төҫлө йомғаҡтарҙы әбей йылы ҡулдарына алған, биҙәктәр төшөрөп, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаш, бейәләй, башлыҡтар бүләк иткән.

Гөлнур ШӘРИПОВА.
Мәләүез районы Ҡаран ауылы.

Рәссам Майя Ҡәйүмова
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар