Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-08-2018, 17:23 | Категория: Көҙ / Әкиәттәр

Просмотров 709
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2018
Рубрика:Көҙ / Әкиәттәр
Исеме:Бәшмәктәр донъяһында
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Зыяи
Бәшмәктәр донъяһында

Бәшмәктәр донъяһында/Миңлегөл Тайсина

(Әкиәт)

Иртәнән бирле ҡойоп ямғыр яуған да яуған, ти. Ямғыр үткәс, урмандағы бейек ағастарҙың төбөндә бәшмәктәрҙең
эшләпәләре ҡалҡып сыҡҡан.
Һомғол ҡайын төбөндә лә, ике ҙур ҡайын бәшмәге янында, бәләкәй генә ҡыҙыл эшләпә күренгән. Һуңғараҡ аҡ ҡына аяҡтары ла килеп сыҡҡан. Был тырҡыш бәшмәк икән. Ул күҙҙәрен асҡан да йәшел урманға һоҡланған. Шул саҡ:
– Үҙе бәләкәй генә булһа ла, эсе тулы ағыу, – тигән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалған.
– Һеҙ минең тураламы? – тип һораған тырҡыш бәшмәк аптырап.
– Эйе. Һин бит ашарға яраҡһыҙ, ағыулы, ә беҙ ашарға яраҡлы бәшмәктәр, – тигән ҡайын бәшмәге.
– Кешеләр беҙҙе йыйыр өсөн урманға йөрөй, – тигән икенсеһе, маһайып.
Бәләкәй тырҡыш бәшмәге илап ебәргән. Уның илағанын терпекәй ишетеп ҡалған да:
– Нишләп илайһың, бәләкәс? – тип һораған.
Уның урынына ҡайын бәшмәктәре яуап биргән. Терпе уларҙы тыңлап бөткәс, былай тигән:
– Дөрөҫ, бәшмәктәрҙең ашарға яраҡлы һәм ашарға яраҡһыҙҙары була. Әммә кешеләр ашамаһа ла, тырҡыш та файҙалы бәшмәк ул!
– Нисек инде? – тип аптырашҡан бәшмәктәр. Терпе тырҡыш бәшмәгенә боролған да:
– Файҙалы шул, сөнки урмандағы бөтә ауырыу йәнлектәр һинең менән туҡланып, дауаланалар. Ә үҫә төшкәс, ҡыҙыл эшләпәң аҡ ҡына борсаҡтар менән ҡаплана һәм һин урмандағы иң матур бәшмәккә әйләнәһең! – тигән.
Бына шулай, дуҫтар! Хатта ағыулы һаналған бәшмәктең дә үҙ урыны бар. Шуға күрә бәләкәс, йәмһеҙ, тиеп бер кемде лә ҡыйырһытырға, бер нәмәне лә яманларға ярамай икән!

08-2018
Рәссам Майя Зыяи

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар