Бәпкә-сәскәләр
Баҫылды : 1-08-2018, 17:45 | Категория: Йыл миҙгелдәре / Йәй
Просмотров 444
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2018
- Рубрика:Йыл миҙгелдәре / Йәй
- Исеме:Бәпкә-сәскәләр
- Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
Бәпкә-сәскәләр
Баҡсабыҙға барған юлда
Үҫә матур сәскәләр.
Өйрәк бәпкәләре кеүек
Һары ғына төҫтәләр.
Иртән йоҡлап ҡала улар,
Таждары йомоҡ була.
Баҡсанан ҡайтып килгәндә,
Тирә-яҡ моңға тула.
Һарыҡай бәпкә-сәскәләр
Йырлай-йырлай уяна,
Тыуған ерем, иркәләнеп,
Яҡты нурға ҡойона.
08-2018
Рәссам Ирина Әхмәҙуллина
Баҡсабыҙға барған юлда
Үҫә матур сәскәләр.
Өйрәк бәпкәләре кеүек
Һары ғына төҫтәләр.
Иртән йоҡлап ҡала улар,
Таждары йомоҡ була.
Баҡсанан ҡайтып килгәндә,
Тирә-яҡ моңға тула.
Һарыҡай бәпкә-сәскәләр
Йырлай-йырлай уяна,
Тыуған ерем, иркәләнеп,
Яҡты нурға ҡойона.
08-2018
Рәссам Ирина Әхмәҙуллина
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар