11 октябрь
Баҫылды : 1-10-2018, 14:52 | Категория: Байрамдар
Просмотров 630
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2018
- Рубрика:Байрамдар
- Исеме:11 октябрь
- Автор:Тамара Искәндәриә
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

11 октябрь/Тамара Искәндәриә
Бөгөн майҙан тантаналы
Кейенә.
Ҡыҙҙар бейей дәртле ҡурай
Көйөнә.
Ҡашмау, селтәр, хәситәле
Инәйҙәр
Ҡумыҙ сиртә. Был ниндәй көн,
Тәнәйҙәр?
Башҡорт телендә һөйләшә
Батырҙар.
Тотоношҡан ҡулға-ҡулын
Матурҙар.
Яңғырай баш ҡалабыҙҙың
Урамы —
Ул бит беҙҙең Республика
Байрамы!
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
10-2018
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар