Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-10-2018, 16:28 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 593
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2018
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:Атҡа мендем
Автор:Муса ҒӘЛИ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов
Атҡа мендем

Атҡа мендем/Муса Ғәли

Атай тотоп эйәр һалды –
Атҡа мендем.
Ялды тотоп, берсә ҡурҡтым,
Берсә көлдөм.
Атҡа менгәс, ҡапыл буйға
Үҫтем һымаҡ,
Күк толпарҙа күл-йылғалар
Кистем һымаҡ.
Мине һынап, атай ҡарай:
«Ҡурҡырмы был?
Тап егетсә, теҙгенде ныҡ
Тотормо был?»
Гүйә, һыбайлы булып мин
Торҙом сафта.
Малайҙарҙың күҙе шарҙай
Булды аҫта.
Ҡурҡыу ҡасты. Күҙем күргән
Яҡҡа елдем.
Күрегеҙ мине: атҡа мендем!
Атҡа мендем!
Юҡ, елмәнем, үттем генә
Байтаҡ ара.
Теҙгенде бит атай тотоп
Атлап бара.

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ
10-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар