Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-10-2018, 16:37 | Категория: 8 март / Минең ғаиләм

Просмотров 623
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2018
Рубрика:8 март / Минең ғаиләм
Исеме:Әсәй икмәк бешергән
Автор:Муса ҒӘЛИ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов
Әсәй икмәк бешергән

Әсәй икмәк бешергән

Ап-аҡ онға әүәләп,
Әсәйем ҡамыр баҫҡан.
Ҡамыр шундай ҡабарған:
Күнәк ситенән ташҡан.
Йылы, йомшаҡ ҡамырҙы
Һыйпап, ҡулына алып,
Әсәй икмәктәр ҡуя
Ҡалай һауытҡа һалып.
Мейес ҡыҙған, эҫеһе
Алыҫҡа бәреп тора.
Алда ҡуҙҙар, өйөлөп,
Йым-йым ҡыҙарып тора.
Ваҡыт еткәс, һауыттан
Туп-туп төштө икмәктәр.
Шундай түп-түңәрәктәр,
Әйтерһең, тәгәрмәстәр.
Береһе бик тә ҡабарған.
– Тау! – ти әсәйем, көлөп.
Шул тауҙы ипләп кенә
Бирҙе ул миңә телеп.

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ
10-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар