Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-10-2018, 16:40 | Категория: Музыкаль инструменттар / Минең ғаиләм

Просмотров 851
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2018
Рубрика:Музыкаль инструменттар / Минең ғаиләм
Исеме:Ҡурай
Автор:Муса ҒӘЛИ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов
Ҡурай

Ҡурай

Ҡурайҙы мин бик беләм,
Ағайым уйнай гелән,
Бейетеп йә йырлатып
Була ул ҡурай менән.
Уйнағанда шаҡ ҡатам,
Ҡарап телем шартлатам.
Ҡайҙан сыға был көй, тип,
Бер туҡтауһыҙ баш ватам.
Ә ағайым, беләм, ти,
Ошо моңло үлән, ти,
Серләшеп үҫкән һәр саҡ
Сал тарихтар менән, ти.
Мең йәшәгән ҡурай, ти,
Йөрәктәрҙе урай, ти.
Һөйөп тыңлаусыларға
Аҡ бәхеттәр юрай, ти.
Ҡурай йыры уйлатҡан,
Күңелдәрҙе уятҡан.
Шат-дәртлене йырлатҡан,
Ҡайғылыны йыуатҡан.
Ҡурай тотоп тынам мин,
Өйрәнергә торам мин.
Һүҙемде һүҙ итмәһәм,
Ниндәй егет булам мин?

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ.
10-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар