Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-10-2018, 17:19 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем

Просмотров 489
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2018
Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
Исеме:Йөрәктауға экскурсия
Автор:Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
Йөрәктауға экскурсия
Йөрәктауға экскурсия
(Хикәйә)

Тыуған яҡты, тәбиғәтте өйрәнеү дәресендә класс етәксеһе: »Балалар, беҙ иртәгә шихан тауҙарына экскурсияға барабыҙ», – тигән белдереү яһаны.
— Ә ул ҡайҙа, йыраҡмы, тауға менәбеҙме, нисә көн барабыҙ, йә нисә сәғәт? — тип һорау артынан һорау яуҙырҙы Илшат.
Үҙе тағы ла түҙемһеҙләнеп: «Урр-ра!», – тип ҡысҡырып та ебәрҙе.
— Йә, тыныслан, Илшат, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыңды экскурсовод апайға бирерһең.
Иртәгеһен Илшат беренселәрҙән булып класс ишеген асып башҡаларҙы көттө. Барыһы ла йыйылғас, дәррәү генә сығып, автобуста һәр ҡайһыһы үҙ урынын алды.
Баш ҡаланан сығыу менән экскурсовод аэропорттан алып бер уңға, бер һулға күрһәтеп юл буйында осраған һәр-бер әйберҙе аңлатып барҙы. Алып барыусының тәмләп-тәмләп һөйләгән тауышынан Илшат нисек әүен баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
— Көнсығыштан Стәрлетамаҡ ҡалаһын, әйтерһең дә, дүрт ҡарауылсы һаҡлап тора, – тигән тауышҡа Илшат уянып китте. Асалаҡ-ябалаҡ күҙҙәрен ыуа-ыуа, алып барыусыға төбәлде.
— Улар – шихан тауҙары — Йөрәктау, Торатау, Шаһтау (Шәкетау), Ҡуштау. Был «һаҡсылар» Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан, – тип дауам итте һөйләүсе. Мәҫәлән, уҙған быуаттың 50-се йылдарынан башлап тәбиғәт ҡомартҡыһы Шәкетауҙан Стәрлетамаҡ «Сода» берекмәһе өсөн избес (известь) ҡомо сығарғандар. Шулай итеп, төрлө органик матдәләргә бай булған шихан тауҙарына юҡ итеү ҡурҡынысы янай. Бөгөнгө көндә инде иң ҙуры — Шәкетау ер менән тигеҙләнгән, тиһәк тә була. Быны күреп борсолған халыҡ шихандарҙы яҡлап, Башҡортостан башлығына мөрәжәғәт хаты яҙып, тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап алып ҡала.
Йөрәктау ҙа, ошо тирәләге башҡа тауҙар шикелле, 2008 йылда «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» тип билдәләнгән. Оҙонлоғо — 1 км, киңлеге 850 м, бейеклеге—Ағиҙел йылғаһы кимәленән — 220 м, тупраҡ өҫтөнән— 200 м, океан кимәленән абсолют бейеклеге — 338 м. Ул конус формаһында.
Һөҙәклеге 20-30 градус. Ҡаялы баҫҡыстары юҡ. Аҫҡы өлөшө ҡойолоп төшкән таштар менән ҡапланған. Тау нигеҙенең төньяҡ итәгендә шишмәләр бар. Шуларҙың береһе көкөртлө. Эргәһендә генә Муҡша күле лә бар. Тау битләүендә һирәк осрай торған 100-гә яҡын дарыу үләне лә үҫә.
Йөрәктау 299 миллион йыл элек булған һуңғы палеозой ваҡытынан һаҡланып килгән. Шул ваҡытта йәшәгән диңгеҙҙәге ваҡ йәнлектәрҙән, ҡабырсаҡтарҙан, ыуылып торған йомшаҡ ҡына риф ҡалдыҡсаларынан, үҫентеләрҙән, һәм шулай уҡ ҡырсынташтан тора. Урыҫ телендә Йөрәктауҙы— Лысая гора, йәиһә, Сердце-гора тип тә йөрөтәләр. Йөрәктау дүртшихандың иң һуңғыһы булып төнъяҡтараҡ урынлашҡан. Ағиҙел йылғаһының ташҡын ваҡытында барлыҡҡа
килгән һаҙлығына ҡарамаҫтан, ғорур ҡаялай ҡалҡып, үҙенең ҡыҙғылт һары төҫтәге үҫентеләре менән башҡа тауҙарҙан айырылып тора.
Һәр һорауына яуап алып, Илшат һөйләүсене мөкиббән китеп тыңланы. Килеп еткәс, балалар күл, шишмәләр янында, тау башында ла иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Кисләтеп, арып-талып, экскурсиянан ҡәнәғәт булып ҡайтыр юлға сыҡтылар.

Ә хәҙер инде, дуҫтар, Йөрәктау тураһында Илшат ишеткән һүҙҙәрҙән төҙөлгән кроссвордты сисегеҙ.

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.
10-2018

(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар