Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-08-2018, 18:18 | Категория: Бәпембә / Мөғжизә иле-мәктәбем

Просмотров 641
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2018
Рубрика:Бәпембә / Мөғжизә иле-мәктәбем
Исеме:
Автор:Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Һау бул, баҡса!

Артем: Сәләм, дуҫтар! Беҙ баш ҡалала йәшәһәк тә, үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе уҡып өйрәнер өсөн башҡорт гимназияһына уҡырға барабыҙ. Һеҙҙе лә үҙебеҙ менән саҡырабыҙ!
Йәсминә: Беҙ ҙә олатай-өләсәй, атай-әсәйҙең телендә матур итеп һөйләшергә, бер-беребеҙ менән аралашырға теләйбеҙ.
Артем: Тап шулай. Самира, беләһеңме, һинең дә, минең дә әсәйебеҙ, ә Йәсминәнең атаһы ошо Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында бергә, бер класта уҡығандар бит.
Самира: Эйе, беҙ ҙә улар кеүек дуҫ булып, тырышып уҡырбыҙ.
Йәсминә: Үҫкәс, илебеҙгә яраҡлы шәхестәр булырға тырышырбыҙ!
Артем: Бында тағы ла малай-ҡыҙҙар бар. Һорашайыҡ әле, улар ниндәй мәктәпте һайлаған икән?
Ғабдуррахман: Барығыҙға ла сәләм! Мин дә үҙебеҙҙә, Шамонин ауылында йәшәгән таныш ҡыҙҙарҙы — Асия менән Самираны осраттым.
Асия: Мин дә һеҙҙең менән бер мәктәпкә барасаҡмын.
Самира: Әйҙәгеҙ, дуҫ булайыҡ!
Йәсминә: Онотоп китмәнегеҙме?! Бында бит тағы ла кемдәрҙер бар?
Ғабдуррахман: Үәт әй, онота яҙғанмын шул. Рәхмәт, Йәсминә! Улар минең әсәйемдең тыуған яғы — Ғафури районы Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡыясаҡ дуҫтар! Һеҙҙе лә таныштырайым— Айвар , Арина һәм Илнара .
Артем: Ниндәй күмәк булып киттек, әй!
Ғабдуррахман: Хәҙер беҙгә тырышып уҡырға ғына ҡала!
Самира: Уҡыусы булыуыбыҙ менән ҡотлайым!
Асия: Барыбыҙға ла — уңыштар!
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләне.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар