СИҢЕРТКӘ/ Тимер ЙОСОПОВ
Баҫылды : 13-09-2013, 11:42 | Категория: Хайуандар илендә / Бөжәктәр
Просмотров 1 121
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:5-2013
- Рубрика:Хайуандар илендә / Бөжәктәр
- Исеме:СИҢЕРТКӘ
- Автор:Тимер ЙОСОПОВ
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Ирина Әхмәҙуллина
Күҙҙәреңде йыртып ас та
Кил туғайға һин иртә.
Донъяларын ярыр булып,
Сың-сың итә сиңерткә.
Әй атыла ут остоғо,
Ялт-йолт килә үләндә.
Сиңерткәләр сырылдаша
Ысыҡ тулы сиҙәмдә.
Әй атыла сиңерткәләр,
Һикерә ут остоғо,
Әйтерһең дә, тыуған яҡтың
Сәселә бит осҡоно.
Гүйә, шул саҡ кителә ул
Сыңлаған яҙ ярынан.
Күҙ алдында ут остоғо
Һикерә ер шарынан,
Һикерә ер шарынан.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар