ЕР СЕРЕМ ИТӘ/Тимер ЙОСОПОВ
Баҫылды : 13-09-2013, 11:43 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем
Просмотров 1 545
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2013
- Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
- Исеме:ЕР СЕРЕМ ИТӘ
- Автор:Тимер ЙОСОПОВ
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Ирина Әхмәҙуллина

Ҡарпайғанмы һуң
Төндөң ҡолағы?
Төтөн тәгәрәй, —
Әсәм йомғағы.
Төн ниңә һиҙгер,
Ниңә ойомай?
Ғәләм түрендә
Йондоҙ йомолмай.
Йондоҙ — бал ҡорто,
Белмәй аяуын,
Ҡаҙай еремә
Нурлы ҡаяуын.
Төн нисек оҙон,
Бармы һуң сиге?
Офоғом балҡыр —
Йыһан ишеге.
Айҙың нуры ла
Керпекте өтә.
Ер серем итә,
Төн имен үтә.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар