Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-12-2018, 15:54 | Категория: Хаттар / Яңылыҡтар

Просмотров 746
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2018
Рубрика:Хаттар / Яңылыҡтар
Исеме:Тиҙҙән Яңы йыл
Автор:Йәһүҙина Айгөл
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Тиҙҙән Яңы йыл
Яңы йыл байрамы ла етеп кенә килә. Барлыҡ кешеләр был байрамға әҙерләнә лә башланылар. Өфө ҡалаһы урамдары төрлө ялтырауыҡлы герляндалар менән биҙәлә, ҡайһы бер майҙандарға, майҙансыҡтарға  биҙәлгән ҡупшы шыршылар ҡуйыла.
Беҙҙең китапханала ла байрамға әҙерлек бик ҡыҙыу бара.  Ярҙамға  кескәй дуҫтарыбыҙҙы – китап уҡыусыларыбыҙҙы саҡырҙыҡ.Иң тәүҙә Яңы йыл байрамы тураһында әңәмәләшеү барҙы, йәш китап уҡыусыларыбыҙ Ҡыш бабайҙан ниндәй бүләктәр көткәне тураһында һөйләнеләр, ә ҡайһы берҙәре теләктәрен сер итеп ҡалдырҙылар. Яңы йыл, Ҡыш бабай,ҡар бөртөктәре тураһында йырҙар өйрәнеп,йырлап та алдыҡ. Китапханаға шыршы ултыртып ҡуйҙыҡ, ә шыршы уйынсыҡтарын балалар үҙ ҡулдары менән эшләп элделәр.
Китапханасылар уларға рәхмәттәр әйтеп, Яңы йыл байрамына саҡырыу ҡағыҙҙары биреп оҙатып ҡалдылар. Шулай итеп, был көн бик күңелле, китап уҡыусыларыбыҙҙың иҫтәрнендә ҡалырлыҡ булып үтеп китте.
Өфө ҡалаһы 47- се моделле балалар китапханаһы китапханасы
Йәһүҙина Айгөл

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар