Минең ғаиләм
admin 1-11-2018, 11:56 564 Бәпембә-2018 / Минең ғаиләм
Гөрләп тора йортобоҙ:
Беҙ күмәкбеҙ, татыубыҙ.
Әсәй өҫтәл әҙерләй,
Атайым беҙҙе күҙләй.
Әсәйемдең ҡосағында
Миңә рәхәт, күңелле.
Атай менән кәңәш итеү
Үҫтерҙе күңелемде.
Етмеш һөнәр белә, тиҙәр,
Атайым тураһында.
Ауыр эшкә түҙә, тиҙәр,
Атайым тураһында.
Хөрмәте уның – хеҙмәттә,
Миңә әйтә: «Ярҙам көтмә!
Ал ҡулыңа сүкеш, балта,
Эште тәүҙә үҙең башла!»
Сәит МӨХӘМӘТЙӘРОВ.
Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡыусыһы.
[xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]