Ҡар бөртөгө
Баҫылды : 1-11-2018, 15:01 | Категория: Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Просмотров 447
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2018
- Рубрика:Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
- Исеме:Ҡар бөртөгө
- Автор:Наилә ХӘМБӘЛИЕВА
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Майя Зыяи
Ҡар бөртөгө/Наилә ХӘМБӘЛИЕВА
Ап-аҡ булып, йомшаҡ ҡына
Ҡар яуҙы беҙҙә бөгөн.
Атай, әсәй күрмәгәндә
Ашаным бер бөртөгөн.
Матур булғас, тәмле тиһәм,
Түгел икән. Башҡаса
Ашамайым, ятһын әйҙә
Ер өҫтөндә яҙғаса.
Рәссам Майя ЗЫЯИ
11-2018
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар