Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-11-2018, 15:10 | Категория: Әкиәттәр / Бәпембә / Хайуандар илендә

Просмотров 593
Тейенбикә мода күрһәтә
Тейенбикә мода күрһәтә
(Әкиәт)
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Тейенбикә исемле бәләкәс кенә, матур ғына бер тейен ҡыҙы. Бер көндө ул уйнарға сыҡһа, белдереү күреп ҡалған. Унда: «Ун көндән сәғәт дүрттә мода күрһәтеү конкурсы була. Кем теләй, ҡатнашырға мөмкин,» – тип
яҙылған, ти.
Әсәһе ҡыҙын һәр ваҡыт ҡупшы кейендереп йөрөткән, ти. Әсәнән күргән – тун бескән! Ун көн эсендә Тейенбикә лә үҙенә бер нисә кейем тегеп кейгән, ти.
Көткән көн дә килеп еткән. Тейенбикә бәйгегә ныҡлы итеп әҙерләнеп барған, ти. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белдереүҙе Тейенбикәнән башҡа бер кем дә күрмәгән булған икән. Башҡалар ярышты бары тик ҡарарға ғына килгәндәр, ти. 
Шулай итеп, мода күрһәтеү конкурсында Тейенбикә бер үҙе генә ҡатнашып, Гран-при алған, ти. Шундай хәлдәр ҙә була икән,  дуҫтар!

Гөлназ ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар