Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-09-2013, 12:25 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 1 411
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:Кәрәҙлекәй менән Ултыраҡбай
Автор:Фәйрүзә Фәтҡуллина
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Кәрәҙлекәй менән Ултыраҡбай / Фәйрүзә Фәтҡуллина

«Зиң-зиң" кеҫә телефоны –Кәрәҙлекәй шылтырай. Малай бәләкәй һәм матур телефонын алып көлә-көлә һөйләшә.

Шатланырлыҡ та шул: экранында матур һүрәттәр, төрлө уйындар, көйҙәр яңғырай, фото ла төшөрә, дуҫтарға хат та яҙа ала. Мөйөштә кәштәлә торған элекке телефонға – Ултыраҡбайға хәҙер яҡын да килмәйҙәр. "Ҡайҙан уйлап тапҡандар шул ҡупшыҡайҙарҙы"- тип уфтанып ҡуйҙы ул. Быны ишетеп ҡалған Кәрәҙлекәй:

–Америкалағы "Белл Лабс" менән "Моторола"компанияһында!- тине. Башта, 1946 йылда 12 килограмм тартҡан был ҡоролма. Машинала ғына алып йөрөгәндәр был радиотапшырғысты.

Тик 1973 йылда ғына "Моторола" компанияһы инженеры Мартин Купер кирбес ҙурлығындағы,12 кнопкалы һәм бер кг ауырлығындағы кәрәҙ телефонынан шылтырата. 1980-се йылдар башында ғына хәҙерге кеүек кеҫә телефондарын эшләп сығара башлайҙар. Тик уларҙың хаҡы башта машина хаҡына тиң була.

– Ә хәҙер инде ул һәр бала алып йөрөй. Мин дә эштәре лә юҡ, - тип көрһөндө Ултыраҡай.

– Улай бик бөтөрөнмә әле. Беҙ бик уңайлы булһаҡ та, заряд алып тормаһаҡ, һүнәбеҙ ҙә ҡуябыҙ. Бына әле саҡ-саҡ һөйләшеп торам. Кисә хужам уйын менән булып мине хәстәрләмәне, – тине лә матурҡай тынып ҡалды.

Шул саҡ малай ҙа бүлмәгә инде. Кәрәҙлекәйһең зарядкаһын таба алмай интекте. Ахыры ҡарт телефондан дуҫына шылтыратып, туйғансы һөйләшеп алды. "Ҡалай шәп булды әле, аҡсам янымда ҡалды,"– тип уйланы ул. Саңын һөртөп, ҡәҙерләп кире кәштәгә ҡуйғас: «Ҡайһы саҡта алтынға ҡарағанда балсыҡ артығыраҡ шул,"– тип, ҡәнәғәт ҡалды Ултыраҡбай ҙа.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар