Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-01-2019, 10:03 | Категория: Туған тел / Башҡорт телендә һөйләшәм

Просмотров 534
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2018
Рубрика:Туған тел / Башҡорт телендә һөйләшәм
Исеме:Ауыл мейесе
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ЗЫЯИ
Ауыл мейесе

Ниязбай ҡышҡы каникулда ауылда йәшәгән олатаһы менән өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтты. Тышта уйнап, өшөп ингәйне, өләсәһе:
– Улым, мейескә һөйәлеп, йылынып ал. Бейәләйеңде лә киптерергә ҡуй! – тине.
– Өләсәй, ә нимәгә кәрәк ул мейес? Башҡа кешеләр газ менән йылыта бит өйҙәрен... – Ниязбай өләсәһенә һорауҙар яуҙыра башланы.
– Мейес бит ул, улым, өйҙөң йәме! Уңған килендәй, аҡ мейесебеҙ өйҙө лә йылыта, тәмле итеп икмәген дә бешерә. Бер ҙә үҙен боҙоп ташлағы килмәй, – тип йылмайҙы ҡамыр баҫып тороусы өләсәһе.
Бер ҡосаҡ утын күтәреп, тыштан олатаһы килеп инде.
– Әлдә йәйгеһен бысып, ярып, утынды әҙерләп ҡуйҙыҡ, эйеме, улым?! Ҡышҡы һалҡында әҙер утынды яғыуы еңел бит ул!
– Күмәкләшеп әрҙәнәгә матурлап, тигеҙләп өйөп тә ҡуйҙыҡ! – тип өҫтәне Ниязбай.
– Хәҙер һоҫҡо менән утындың көлөн алайыҡ та... – Олатаһы йәһәтләп эшкә тотондо. Көлдө алғас, йәмкә менән утты ҡағыштырҙы ла, утын өҫтәп ебәрҙе.
– Янып торған усаҡҡа ҡарап, олатайың уйланып ултырырға ла ярата, – тигән булды өләсәһе.
– Ҡышын мөрйәнән өйөрөлөп, бейей-бейей сыҡҡан төтөндө күҙәтеүе оҡшай миңә, – тине Ниязбай. – Ҡышын ауылда күңелле!
Уңарсы өләсәһе баҙлап ятҡан күмерҙең бер аҙын тәртешкә менән артҡа этеп, бер аҙын алға ҡалдырып, икмәкте ултыртты ла мейестең төнлөгөн томалап ябып ҡуйҙы.
– Берәй сәғәттән ҡабарып торған әпәкәйебеҙ ҙә бешеп сығыр! – тине ҙур ҡәнәғәтләнеү менән өләсәһе. – Ауыл мейесендә бешкән йылы икмәккә етәме ни?! Әлдә мейесебеҙ бар әле!

Текст буйынса эш:

1. Тексты иғтибар менән уҡып сығығыҙ! Ҡулланылышта йыш осрамаған башҡорт һүҙҙәрен ҡат-ҡат уҡып, иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.
2. «Мейес» һүҙенә ҡағылышлы бөтә һүҙҙәрҙе күсереп алығыҙ!
Уҡытыусыларығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙ менән билдәләнгән һүҙҙәрҙең мәғәнәләренә төшөнөгөҙ!

Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара
Рәссам Майя ЗЫЯИ
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар