Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Алтын алма

    image
    Алтын алма
  3. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  4. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  5. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-01-2019, 12:25 | Категория: Хаттар / Мөғжизә иле-мәктәбем

Просмотров 558
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2018
Рубрика:Хаттар / Мөғжизә иле-мәктәбем
Исеме:БӘЛӘКӘЙ ГИМНАЗИСТАР
Автор:Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:Өфө ҡалаһы
Ауыл:
Рәссам:
БӘЛӘКӘЙ ГИМНАЗИСТАР
Һеҙҙә бармы уңған, уҡыуҙа һәр саҡ алдынғы, спорт яратҡан, төрлө сараларҙа актив ҡатнашҡан уҡыусылар?
Ә бына Дим биҫтәһе 102-се башҡорт гимназияһының 2 «А» һәм 3 «А» кластарында уҡыған балалар тап шундайҙар. Етмәһә, улар «Аҡбуҙат»ыбыҙҙың тоғро дуҫтары ла. 2019 йылдың ярты йыллығына яратҡан журналдарына яҙылып та ҡуйғандар. Үҙҙәре киң күңелле, ҡунаҡсыл икән. Китапханасы Илзирә Ришат ҡыҙы, уҡытыусылары Гөлсөм Фәрит ҡыҙы етәкселегендә әртистәрҙән һис кенә лә ҡалышмаҫлыҡ итеп сәхнә оҫталыҡтарына өйрәнгәндәр. Иҙәндәр һығылырлыҡ итеп баҫып бейеүҙәре, йырҙары хайран ҡалдырҙы.
Шиғыр ҙа һөйләп ишеттерҙеләр. Ә үҙҙәренең белмәгәне юҡ. Йомаҡ сисеүгә шул тиклем маһирҙар.
Һорап өлгөрмәйһең, яуабын әйтеп тә ҡуялар. Шулай булғас, бик уҡымышлылар ҙа был уҡыусылар.
– Бик оҡшап китте беҙгә бында, тағы ла килербеҙ, — тип һаубуллаштыҡ беҙ бәләкәй гимназистар менән.

Өфө ҡалаһы.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләне.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар