Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-01-2019, 13:47 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Комикстар

Просмотров 544
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2018
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Комикстар
Исеме:Анти-Һумс менән Анти-Вәтһин
Автор:Айнар БАЙБУЛАТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
Анти-Һумс менән Анти-Вәтһин
Айнар БАЙБУЛАТОВ
Анти-Һумс менән Анти-Вәтһин

(Мажара)

Тылсымлы урманға Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Йәнлектәр төрлө уйынсыҡтар менән биҙәлгән шыршы тирәһендә бейеп йөрөй,
ти. Һумс менән Вәтһин дә байрамда ҡатнаша. Төн етә. Барыһы ла ҡайтып йоҡларға ята, ти.
Төндә шыршылағы бөтә уйынсыҡтар юғала, ти. Хатта ағас башында балҡып торған йондоҙ ҙа юҡ була.
Тәфтишселәр яңы эш аса! Улар ҡарт ҡарауылсыға – Ҡуянға төнгө енәйәт тураһында һорау бирәләр, ти. Әммә ҡарауылсы, тәфтишселәргә шикләнеп кенә ҡарап тора ла, урмандың башлығына:
– Беҙҙең уйынсыҡтарҙы Һумс менән Вәтһин урланы. Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Тик әйтергә ҡурҡҡайным, – ти.
– Ышанғым да килмәй! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Айыу ағай. 
Бар йәнлектәр ҙә ғәжәпләнгән, ти.
– Вәтһин, уйынсыҡтарҙы табырға һәм намыҫыбыҙҙы аҡларға кәрәк!
Тәфтишселәр бурҙарҙың эҙҙәрен эҙләй башлай, ти.
– Был бит элементар, Вәтһин!
Бурҙар бындай буранлы төндә уйынсыҡтарҙы алыҫҡа алып китә алмаҫ ине. Улар ер аҫты юлын ҡаҙығандар, – ти тәфтишсе.
– Вәт һиндә ба-аш, Һумс! Тәфтишселәр шыршы тирәһен ҡаҙып ер аҫты юлын таба, ти.
Ер аҫты юлы буйынса улар бер сәйер мәмерйәгә килеп етә, ти. Мәмерйә урланған уйынсыҡтар менән тулған. Тәфтишселәр үҙҙәренә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш Ҡуян менән Терпе маскаһы кейгән йәнлектәрҙе күрә һәм ныҡ аптырай.
Тәфтишселәр шыршы тирәһен ҡаҙып ер аҫты юлын таба, ти.
– Был бит элементар, Вәтһин! Бурҙар бындай буранлы төндә уйынсыҡтарҙы алыҫҡа алып китә алмаҫ ине. Улар ер аҫты юлын ҡаҙығандар, – ти тәфтишсе.
– Вәт һиндә ба-аш, Һумс!
– Вәтһин, уйынсыҡтарҙы табырға һәм намыҫыбыҙҙы аҡларға кәрәк!
Тәфтишселәр бурҙарҙың эҙҙәрен эҙләй башлай, ти.
Һумс менән Вәтһин ҡаты алышҡа әҙерләнә, әммә анти-Һумс менән анти-Вәтһин ҡасып өлгөрә. Тәфтишселәр бөтә уйынсыҡтарҙы кире алып ҡайта, ә ер аҫты юлын ябып ҡуя, ти.
Яңы йыл байрамы дауам итә. Әммә алда анти-тәфтишселәрҙең кем икәнлеген асыҡлау мәсьәләһе тора әле...

һүҙлек: анти – ҡаршы; тәфтишсе – енәйәт эштәрен тикшереүсе.

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
12-2018




(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар