Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-01-2019, 14:15 | Категория: Ҡыш / Әкиәттәр / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 592
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2018
Рубрика:Ҡыш / Әкиәттәр / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Бәләкәй шыршыҡай
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат ҒАРИПОВ
Бәләкәй шыршыҡай

Бәләкәй шыршыҡай

(инглиз телендәге әкиәткә эйәреп)

Урманда бәләкәй генә ҡупшы шыршы үҫеп ултырған. Уның иң ҡурҡҡаны – Яңы йыл байрамы икән. Ҡарлы-буранлы декабрь айы етеү менән, бәләкәй шыршыҡай ҡурҡыуынан ҡалтырана, өшөй башлай, ти. Бер ваҡыт уны ҡуян күреп ҡалған да эргәһенә килеп ултырған.
– Һиңә нимә булды, шыршыҡай-ҡупшыҡай? – тип һораған ул ҡалтыранып ултырған шыршынан.
– Оҙаҡламай Яңы йыл етә бит... – тип ауыр көрһөнөп ҡуйған бәләкәй шыршыҡай.
– Етһә һуң? – тип аптыраған ҡуянҡай. – Яңы йыл бит йылдың иң күңелле, көтөп алынған байрамы. Уға кешеләр генә түгел, бөтә
йәнлектәр ҙә, ҡоштар ҙа шатлана!
– Бәлки, минән башҡалар шатланалыр... – тип һөйләй башлаған бәләкәй шыршы. – Байрам яҡынлаша башлау менән, мине ҡырҡып алып ҡайталар ҙа баҙарҙа һаталар. Шунан, өйҙәренә алып ҡайтҡас, ҙур сөйҙәр менән иҙәнгә беркетеп ҡуялар. Тәтәйҙәр, янып торған уттар менән биҙәйҙәр. Минең энәләрем өтөлә, ҡабарып торған йәшел ылыҫым һарғая. Энәләрем ҡойола башлағас, мине тышҡа сығарып ырғыталар.
– Әллә... Бик сәйер...
Беренсе тапҡыр кемдеңдер Яңы йыл байрамына ҡыуанмағанын ишетәм... – тип ҡуян үҙ юлы менән киткән.
Бер нисә көндән урманға бер кеше килеп, бәләкәй шыршыҡайҙы ипләп кенә ҡаҙып алған да, арбаһына һалып, ҡалаға алып киткән. Унда мискәгә ултыртып, ҙур кибеттең кәштәһенә һатырға ҡуйғандар. Тиҙҙән әсәле-ҡыҙлы берәүҙәр
килеп, шыршыҡайҙы һатып алған.
– Нишләп кенә мине урмандан ҡырҡып килтерҙеләр икән... Хәҙер бик ҡыйын буласаҡ, – тип илаған меҫкен шыршыҡай.
Әммә уны өйгә алып инмәгәндәр. Ҡыҙыҡай шыршыҡайҙы баҡса уртаһына ҡаҙып ултыртҡан. Шунан йүгертеп өйҙән икмәк киҫәктәре, сәтләүектәр, көнбағыш һәм башҡа төрлө тәмлекәстәр сығарып, сылбыр яһаған. Шыршыҡайҙы бына ошондай үҙенсәлекле тәтәйҙәр менән биҙәп тә ҡуйған. Ҡар өҫтөнә тары, һоло ярмаһы ла һипкән.
Бәләкәй шыршы үҙенең серле кейеменә ҡарап бик ныҡ аптыраған.
Иртәгәһенә, ҡояштың тәүге нурҙары менән, баҡса күңелле тауыштарға күмелгән. Шыршыҡайға турғайҙар, ҡыҙылтүштәр, ҡарабаш турғайҙар, ҡарғалар килеп ҡунған.
– Һин ҡоштар өсөн Яңы йыл шыршыһы булып ошо баҡсала үҫеп ултырасаҡһың! Йомарт ҡыҙыҡай хәҙер йыл һайын һине  тәмлекәстәр менән биҙәйәсәк! – тип ҡыуанып сырҡылдашҡан ҡошсоҡтар.
– Мин ҡайһылай бәхетле! – тип ҡысҡырып ебәргән бәләкәй шыршы.
– Бынан һуң Яңы йыл байрамын һағынып көтөп алырмын! Ҡанатлы дуҫтарымды тәмле бүләктәрем менән ҡыуандырып торормон!
Һеҙ ҙә, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, урамда йәки паркта ҡоштарға Яңы йыл шыршыһы биҙәй алаһығыҙ, шулаймы?

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ
12-2018

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар