Яҙ
Баҫылды : 2-01-2019, 16:34 | Категория: Йыл миҙгелдәре / Яҙ
Просмотров 532
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2018
- Рубрика:Йыл миҙгелдәре / Яҙ
- Исеме:Яҙ
- Автор:Рауил Бикбай
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Яҙғы ҡояш үҙе көләс,
Үҙе, эй, шаян икән.
Малайҙарҙың, ҡыҙҙарҙың
Битенә һипкел һипкән.
Яҙғы елдәр урмандарҙа
Йәм-йәшелгә буялған.
Сыйырсыҡтың балалары
Сыр-сыу килә ояла.
Ҡырҙа эштәр гөрләп тора,
Тырышалар ил өсөн.
Көнө буйы баҫыуҙарҙан
Ҡайтып килмәй игенсе.
Көндөң тыны иркенәйҙе,
Ерҙең биле яҙылды.
Бөтә донъя яңырғанда,
Күрмәй ҡалма яҙыңды.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
12-2018
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар