Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-09-2013, 17:52 | Категория: Яңы йыл / Ҡыш / Шиғырҙар / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 1 074
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Яңы йыл / Ҡыш / Шиғырҙар / Йыл миҙгелдәре
Исеме:ҠЫУАНЫС
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:
ҠЫУАНЫС /Миңлегөл ТАЙСИНА

Өйөбөҙҙөң иң түрендә
Балҡый йәшел шыршыбыҙ.
Күлдәгендә тәтәй шарҙар,
Энәлекәй ҡупшыбыҙ.

Төрлө төҫтә баҙлауыҡтар
Йылпылдап янып китһә,
Күҙҙәренән нур бөркөлөп,
Ҡустым сәпәкәй итә.

Ул бит быйыл беренсегә
Күрә шыршы уттарын.
Ҡупшыҡай янына теҙә
Машинаһын, аттарын.

Кескәй ҡулдарын күтәрһә,
Тәтәйҙәр китә сыңлап.
Ҡустымдың ҡыуанысынан
Шыршыбыҙ тора йырлап.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар