Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-01-2019, 16:35 | Категория: Йыл миҙгелдәре / Йәй

Просмотров 569
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2018
Рубрика:Йыл миҙгелдәре / Йәй
Исеме:Йәй
Автор:Рауил Бикбай
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Йәй/Рауил Бикбай

Сыйырсыҡ бала осорҙо,
Тынып ҡалды оялар.
Бал ҡорттары, тынғы
белмәй,
Сәскәнән бал йыялар.
Ямғырҙары йәйҙең йылы,
Еләктәре ҡып-ҡыҙыл.
Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояшы
Байығанда ла ҡыҙыу.
Олоға ла, кесегә лә
Етерлек йәйҙең эше.
Алма беш, ауыҙға төш, тип,
Торормо ҡарап кеше.
Туҡ башаҡтары сайҡалып,
Тулҡынлана туҡ дала.
Ауыл осонда балалар
Көтөүҙе ҡаршы ала.
Һәүкәштәр ҡайтыр ваҡытта
Балалар һәр саҡ уяу.
Тик көтөү ҡыуғанда, улар
Йоҡлап ҡала ла ҡуя.

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
12-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар