Көҙ
Баҫылды : 2-01-2019, 16:39 | Категория: Йыл миҙгелдәре / Көҙ
Просмотров 628
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2018
- Рубрика:Йыл миҙгелдәре / Көҙ
- Исеме:Көҙ
- Автор:Рауил Бикбай
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
Көҙ/Рауил Бикбай
Һыҙҙырмай йырын һандуғас,
Ҡыҙҙырмай хәҙер ҡояш.
Уйсанланып ҡалған урман
Алтын япрағын ҡоя.
Ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары
Илдән китәләр тағы.
Юлда ҡаҙ тәпәйе һымаҡ
Ҡыҙыл саған япрағы.
Ялтламай инде ялағай,
Йәшнәмәй инде йәшен.
Бөтә донъя һарғайғанда
Ужым ғына йәм-йәшел.
Алмаларын алландырып,
Эй көҙ килде, көҙ килде.
Бураларға иген тулды,
Яланда мал эркелде.
Эй көҙ килде, көҙ килде,
Көткән көнөбөҙ килде.
Мәктәбебеҙҙе һағынып,
Йүгерә-атлай беҙ килдек.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
12-2018
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар