Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 15-01-2019, 14:31 | Категория: Яңылыҡтар

Просмотров 763
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2019
Рубрика:Яңылыҡтар
Исеме:Китапхана кафеһе
Автор:Айгөл Йәһүҙина
Район:Өфө ҡалаһы
Ауыл:
Рәссам:

Китапхана кафеһе
47-се моделле балалар китапханаһы үҙ уҡыусылары өсөн «Спорт» китабы исемле китапхана кафеһе үткәрҙе. Кисәнең темаһы булып – балаларҙы һау – сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү торҙо.Иң беренсе балалар йомшаҡ ултырғыстарға ултырып күренекле спортсыларҙың көндәлектәрен ҡаранылар, «Сәләмәт бул», «Физкультура һәм спорт» журналдарынан спорт үҫеше серҙәре тураһында мәҡәләләр уҡынылар. Һуңынан өҫтәл артына ултырып үлән сәйен эсеп, китапхана кафеһенең һау - сәләмәт йәшәү рәүешенә тәғәйенләнгән әҙәбиәт исемлеге менән таныштылар. Йәш китап уҡыусылар «Гонг» исемле боксерҙар клубы тренеры Руслан Велеевтың тотанаҡлығы, тырышлығы тураһында уның шәхси көндәлеген уҡып, үҙҙәренә бик күп мәғлүмәттәр алды. Малайҙар боксерҙар рингы уйынының импровизацияһын күрһәтте. Килеүселәр өсөн милли ризыҡтарыбыҙ тураһында китаптар тәҡдим ителде , «Башҡорт милли спорт төрҙәре» китабы буйынса презентация үткәрелде. Тәмле аш яратыусыларҙы «Ҡайнар аш» стеллажы ҡыҙыҡһындырҙы. Йәш китап уҡыусылар спорт төрҙәре , билдәле спортсылар һәм спорт оҫталығы серҙәре менән ҡыҙыҡһынды.Был саранан һуң спорт төрҙәре тураһындағы китаптар бәләкәс дуҫтарыбыҙға үҙ спорт төрөн һайлап алырға, һау-сәләмәт йәшәргә ярҙам итер тип уйлайбыҙ.
Айгөл Йәһүҙина, китапханасы.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар