Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Саят ҠАМШЫГЕР/ҒҮМЕР ТИГӘНЕҢ

30.11.20 | Раздел: Ижад | Просмотров: 391 | Автор: admin1 | Ошибка?
Бөгөн көнөм ҡаҙаҡ шағиры Саят Ҡамшыгерҙың шиғырҙарын башҡортсағә тәржемәләп үтте. Элекке ете тәржемәмә бөгөн тағы һәлмәк кенә дүрт шиғыр өҫтәлде. Бына шуларҙың береһе.
Саят ҠАМШЫГЕР.
ҒҮМЕР ТИГӘНЕҢ
 
Ғүмер тигәнең гүзәл дә, ҡайһы бер ҙә бик ҡырыҫ.
Алда нимә көткәнен белеп булмай, ул алыҫ.
Бәхет ҡошо өйөңдө ташлап осоп киткәнен
Һиҙмәй ҡала күбеһе, ә һин һиҙергә тырыш!
 
Ғүмер шулай, бәхетте ваҡытында күрмәйһең.
Бейек тауға үрмәләп , ҡулыңдағын үрмәйһең.
Теш-тырнаҡлап тырышып, намыҫыңды юғалтма,
Үкенерлек булмаһын, менеп баҫҡас үргә һин.
 
Ал ғүмерҙән үҙеңә тейешлеһен байлыҡтың,
Йөрәк – һинең пак көҙгөң, шуға ҡарап атлыҡ һин.
Был донъянан киткәс тә, Хоҙай ҡаршында яҡлар
Яҡшы эшең, иманың һәм хәләле ризыҡтың.
 
Әгәр һағыш һәм асыу һине баҫып аунатһа,
Яуыз йыртҡыс бүреләй тештәрен ул ыржайтһа,
Мылтығыңды ал ҡулға, йәлләмәй тарт күреген,
Маҙа бирмәҫ уйҙарҙың үлтер шулай бүреһен.
 
Ғүмер тигәнең – тотош бер ғәләмдер, йыһандыр,
Уға тылсым көстәре йомаҡтарын ҡойғандыр.
Яҡшы йәндең ғүмере таушалмаған китаптыр,
Ямандарҙың ғүмере – яҙа ҡалһаң, ялғандыр...
 
Ғүмер – бәйге, ынтылыш, уңыш өсөн ярыштыр.
Алда килгән берәүгә башҡаларҙан алҡыштыр.
Оло Абай байрамын хәтерләгеҙ, бер малай,
Ҡолап ҡалған атының теҙгенен сисеп, уҙышты!
 
Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәтле, сикһеҙ шәфҡәт һандығы,
Ынтыл алға, күңелдә өмөт утын яндырып.
Тик көслөләр бейеккә һала ала һуҡмағын,
Шулай ҡуша донъяның йәшәйеш ҡанундары!

Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға Тамара ИСКӘНДӘРИӘ тәржемә итте.

30.11.2020
(голосов: 2)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ