Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Орлоҡбикә

04.12.20 | Раздел: Ижад / Тамара Искәндәриә. Әкиәттәр | Просмотров: 259 | Автор: admin1 | Ошибка?
… Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә ҡолаҡ һалды. “Беҙҙең өйөбөҙ ниндәй матур! Ул – Сәскә!” – тиешәләр икән дә һә, ҡыуанышып…
Орлоҡбикә күҙҙәрен асты. Әле күргәндәре төш кенә булып сыҡты инде әллә?. Сәскә өйө, көҙөн кибеп, ергә ҡойолғайны бит һуң… Оҙаҡ, бик оҙаҡ ята инде ул ер ҡуйынында. Ҡышҡы бурандарҙың “выж”лауына ойоно. Яҙғы гөрләүектәрҙең селтер-селтер тауышына елкенде. 
Ә бөгөн уны сағыу нур уятты. Йылы, рәхәт. Уянды ла уяныуын, тыныслығын юғалтты шул Орлоҡбикә.
— Эй, эй! Мин бында бар әле, мин! — тигән сәрелдәк кенә тауыш ишетте ул.
Ҡайҙан килә был тауыш? Орлоҡбикәнең ҡуйынын ҡытыҡлап, нимә унда ҡуҙғалып-ҡуҙғалып ҡуя? Үҙе сәрелдәй, үҙе ҙурайғандан-ҙурая бара.
  • Һин кем? — тине Орлоҡбикә.
  • Бына ҡыҙыҡ, кем булайым мин! Мин — һин инде ул!
  • Исемең бармы?
  • Әлегә мине, Ҡыяҡ, тиҙәр.
Орлоҡбикә ҡасандыр бик күптән үҙенең дә шундай исем йөрөткәнен, нәҙек кенә ҡыяҡ булып шытып сыҡҡанын хәтеренә төшөрҙө. Эйе шул!
Яңы һулыш алды Орлоҡбикә. Хәҙер улар икәүләп тупраҡты тишерҙәр ҙә Ҡояшҡа табан үрелерҙәр…
Баҡһаң, был бик еңелдән түгел икән!
  • Ер ҡыртышы бик ҡаты. Көсөм етмәй, — тип иламһыраны нәфис Ҡыяҡ.
  • Еңергә кәрәк уны. Һин быны булдыраһың. Ҡара әле, унда яҡты нур һиңә юл күрһәтә, — тигән булып, Орлоҡбикә Ҡыяҡты дәртләндерҙе.
  • Бик ныҡ тырыша торғас, уларға өр-яңы донъя ҡоласын асты.
 “Һаумы, талғын ел. Һаумы, саф ысыҡ,”– тип башын эйҙе Орлоҡбикә, ҡыяҡ осонда эленеп торған көйө.
Оло донъя уны күрмәне лә. Бөтәһенең дә иғтибар үҙәгендә кескәй ҡыяҡ ине. Бар тәбиғәт, уны алҡышлап: 
— Ер йөҙөнә яңы Сәскә тыуҙы! – тине.
Орлоҡбикә ҡыяҡ осонан ергә һикереп төштө. Ул баяғы төшөн хәтерләгәйне.Шатлыҡтан күҙҙәрен йомоп:
— Был донъяла бөтә нәмә лә ҡабатлана, — тип ҡуйҙы ул. Шулай итеп Орлоҡбикә һуңғы һулышын алды.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ