Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Ҡуңыҙ һәм сәнскәкле гөл

04.12.20 | Раздел: Ижад / Тамара Искәндәриә. Әкиәттәр | Просмотров: 205 | Автор: admin1 | Ошибка?
Көҙгө һыуыҡ елдәр иҫкәс, Ҡуңыҙ ышыҡ урын эҙләне.
- Хәҙер, хәҙер… Бынау әрекмән япрағына ятып бер ял итәйем дә, - тип һөйләнә-һөйләнә, “әүен баҙарына” киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Төшөндә ул йәйге эҫе көндө күрҙе.
…Һауа томра. Болондағы сәскәләргә ҡунып, ҡуңыҙ бер тамсы ғына татлы һут эсергә уйланы.
Тик сәскәләр генә моңһоуланып башын эйгәйне. «Күгәрсен күҙҙәре» тип аталған ваҡ-ваҡ ҡына күккүҙҙәргә осоп килде ҡуңыҙ.
- Хәл бөттө! – тип, мөлдөрәп, ҡарашын йәшерҙе улар.
Ҡуңыҙ артабан осто. Бына «арыҫлан ауыҙы» тигән гөлдә, моғайын, һут күптер, тип уйланы. Ни тиһәң дә, йәнлектәр батшаһы исемен йөрөтә.
- Мин бары тик сәскә генә бит һуң, — тип һары-шәмәхә иренен бүлтәйтте “арыҫлан ауыҙы”.
Ҡуңыҙға ялан буйлап сәфәрен дауам итеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ана, тирә-йүндә бөтәһен ҡурҡытып, «шайтан таяғы» ултыра. Сәнскәктәре арҡаһында бер кем дә уға яҡын килмәй. Тамырҙары ла ныҡлы, ер аҫтына тәрәнгә инеп киткән.
- Ҡуңыҙ дуҫҡайым, кил, хәл алып кит сәскәмә ҡунып, — ти үҙе.
Ә сәскәһе һуң, их, сәскәһе! Ҡуйы алһыу төҫөндәге йомшаҡ, наҙлыҡай ҡупшы гөл.
Ҡуңыҙ ҡыуанып риза булды:
- Сәнскәкле гөлдөң сәскәһе матур була икән! – тип ҡысҡырып ебәргәйне… ҡапыл үҙ тауышынан уянып китте. Көҙгө елгә мыйыҡтарын тарбайтып торҙо-торҙо ла яйлап ҡына әрекмән япрағы аҫтына төшөп ятты. Шунан инде ҡышҡы йоҡоға ла талды.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ