Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Ташбаҡа һәм Гөлбостан

04.12.20 | Раздел: Ижад / Тамара Искәндәриә. Әкиәттәр | Просмотров: 247 | Автор: admin1 | Ошибка?
Сүл буйлап бер ташбаҡа китеп бара, ти. Бара ла бара, ти. Һис бер нәмә юлында осрамай, ти. Ә ҡояш бигерәк эҫе икән. Ҡапыл ҡом бураны сығып, бының юлын киҫкән дә:
— Эй, һинең арҡаңда нимә ул? — тип һораған. 
— Кем белә уны, — тигән ташбаҡа эре генә. 
— Ауыр түгелме ни һуң ул? 
— Ә кем белә уны.
Быуат артынан быуат үткән. Ташбаҡа һаман әллә ҡайҙа китеп бара, ти. Бара ла бара, бара ла бара, ти. 
Бер ваҡыт ҡолағына тауыш ишетелгән.
— Эй, һин кем? Ҡайҙа бараһың? Арҡаңда нимә ул?
Ташбаҡа бөтә һорауҙарға ла:
— Кем белә уны, — тип яуаплаған.
Һиҙә: арҡаһындағы ташта нимәлер ҡыштырҙай, ҡуҙғала. Әйләнеп ҡарай алмай бит инде ташбаҡа. Яйлап ҡына атлауында булған. 
Оҙаҡ ваҡыт үткән. 
—Эй, кем һин? Ҡайҙа бараһың? — тигәнгә яуап бирәйем, тип, ауыҙын асҡан. Ул ниндәй яуап бирер ине, һин беләһеңме?
Эйе шул! “Кем белә уны”, тиер ине.
Был юлы улай әйтеп өлгөрмәгән. 
— Мин — орлоҡ! Шытып, ағас булырға ҡыйышам... — тип кемдер хәл-әхүәлен һөйләй башлаған уның арҡаһында шул саҡ.
— Мин дә яныңа төшһәм, ҡаршы түгелһеңме?
— Ю-у-у-уҡ. әйҙә, әйҙә, бергә күңеллерәк булыр. Кем һуң һин?
— Мин — тамсы.
Ташбаҡа: “Ярай һуң, йәшәһендәр!” — тип уйлаған. Бынан һуң тағы әллә күпме быуат үткән. Ташбаҡа сүл буйлап бара ла бара, ти. Өҫтөндә матур ағастар, сәскәләр үҫеп сыҡҡан. Ҡайҙандыр килеп йәнлектәр үрсегән. Үҙҙәрен күрмәһә лә, тауыштарын тыңлап йыуана икән, ти, был. 
Быуат артынан быуат үткән, ти.
—Эй, һин кем?
Ташбаҡа: “Кем белә уны”, — тиергә ауыҙын асҡан. Асҡан да ... ябырға онотҡан. Иҫ киткес матур тауыш ишеткән ул.
— Мин — Әҙәм балаһы! — тигән дә яңы таныштары, сыңғырлатып көлөп ебәргән. Бөтә тере йән эйәләре өнһөҙ ҡалған. 
— Ҡайҙа бараһың?
— Минме? Мин һеҙҙең янығыҙға килдем!
— Ярай, бергә йәшәйек, — тигәндәр.
Әҙәм балаһын бөтәһе лә оҡшатҡан. Ул ҡояшҡа арнап йыр сығарған. Көпшә үләнгә өрөп көй уйнаған. Тәбиғәт ҡосағында ирәүән йәшәгән илен ул Гөлбостан тип атаған.
Ташбаҡаға сүл буйлап барыуы хәҙер бик күңелле икән. 
Әгәр унан ҡом бураны килеп:
— Һинең артыңда нимә ул? — тип һораһа, яуабы бер генә булыр ине:
— Гөлбостан!
Килгән ҡом бураны.
Ташбаҡа өҫтөндәге матурлыҡты күреп, хайран ҡалған.
Асыуы килеп, эй ҡоторған Ҡом бураны. Йән эйәләренә бик ауырға тура килгән. Ел-дауылдан ҡасып, кешеләр ҡәлғә төҙөгән. Ташбаҡа, әйләнеп ҡарай алһа, өҫтөндә әллә күпме ҡалалар, илдәр барлығын күрер ине! Күрһә лә, нимә эшләһен инде. Әйҙә, йәшәһендәр, ти ҙә ҡуя.
Бер ваҡыт ташбаҡа өҫтө “дөп” тә, “дөп” гөрһөлдәй икән!
— Нимә булды унда? — тип һорап та ҡарай, уны ишетеүсе юҡ.
Баҡһаң, илдәр ташбаҡа өҫтөн сиктәргә бүлгеләп бөткән. Сиктәрҙе яҡлау өсөн һәр береһе ғәскәр туплаған. Бына хәҙер ғәскәргә ғәскәр ҡаршы килеп һуғыша, ти, бит әй былар.
— Йыһанға осҡос ебәрәбеҙ!
— Беҙҙең осҡос көслөрәк! — тиҙәр икән.
— Йыһанға мин хужа, — тип бышылдаған ташбаҡа. 
Ишетеүсе юҡ, ти. 
— Хәҙер бөтәгеҙҙе лә арҡамдан ҡойоп төшөрәм, — ти икән.
Бер кем уны тыңламай.
— Кем һеҙ? Ҡайҙа бараһығыҙ! Туҡтағыҙ! — ти икән ташбаҡа.
— Ә кем белә уны! — тип ҡысҡырып яуаплайҙар, ти, күмәк кешеләр.
Шул саҡ мөғжизәле моң ишетелгән. Бөтәһе лә тынып ҡалған, ти. Гөлбостан! Көпшә үлән моңо! Ул бар!
Ғәскәрҙәр ҡоралдарын ергә һалған. Гөлбостан! Ул бар, ул йәшәй!
Ташбаҡа, көскә тынысланып, сүл буйлап юлын дауам иткән:
“Гөлбостан! Ул бар! Ул йәшәй!”
Ә ҡайҙа бара икән һуң ул ташбаҡа?
Ә кем белә уны?
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ