Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Ҡар бөртөгө һәм Йыланбикә

04.12.20 | Раздел: Ижад / Тамара Искәндәриә. Әкиәттәр | Просмотров: 216 | Автор: admin1 | Ошибка?
Ул күктә тыуҙы. Һыу тамсыһы ине, уны кемдеңдер һалҡын һулышы шығырҙатып туңдырҙы. Ҡояш нуры, уны күреү менән:
— Ҡар бөртөгө, әйҙә бергә уйнайыҡ! — тине. 
Ул — ҡар бөртөгө? Шунда уҡ һеңлекәштәрен күрҙе. Ниндәй матурҙар, ынйы һымаҡ балҡыйҙар! 
  • Беҙ — ҡар бөртөктәре! — тип, шарҡылдашып, ҡулға-ҡул тотоноп бейейҙәр. 
— Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ергә табан осабыҙ! Унда беҙҙе балалар көтә!
Остолар, йырлаша-йырлаша остолар улар. Бына ҡар бөртөгө Дамирҙың бейәләйенә ҡунды. Оҙаҡ уйнап йөрөп малайҙың ҡулы ныҡ өшөгәйне, бейәләйе боҙланып ҡатҡайны. Бейәләйен сисәйем генә тиһә… Ниндәй мөғжизә! Дамирҙың был матурлыҡҡа иҫе китте. Ә ҡар бөртөгө малайҙың шундай яғымлы, шундай ихлас күҙҙәренә баҡты. 
— Бына кем өсөн шулай талпынғанмын икән ергә! Шундай яҡшы малайҙы күрер өсөн! — тип сыңғырлатып көлөп ебәрәйем, тиһә, ҡапыл иреп юҡ булды ла ҡуйҙы ҡар бөртөгө.
Дамир күктән тағы, тағы аҡ ынйыларҙы тотто. Улар араһында әлегеһенә оҡшағаны юҡ ине.
Өйгә ҡайтҡас, әсәһенән һораны: 
  • Әсәй, ә ҡар бөртөгө иреп юҡҡа сыға ла башҡа бер ҙә булмаймы ни? 
Әсәһе белә — улы гүзәллеккә хайран. 
  • Ҡар бөртөктәре бер-береһен ҡабатламай, тиҙәр. Хоҙайҙың ҡөҙрәте сикһеҙ инде, — тине ул. Шунан, Дамирҙың күңелһеҙләнгәнен күреп, былай тип өҫтәне:
 — Бөтә нәмә , улым, тыуа ла, мәле еткәс, үлә. Донъя шулай ҡоролған. 
Кисен Дамир йоҡлай алмай ятты. Тәҙрәлә Ҡыш бабай төшөргән биҙәктәрҙе күҙәтте. Йымылдап торған сихри аҡ урман ине унда. Ә бынау уралып-уралып ятҡан еренән башын ҡалҡытҡаны йылан түгелме һуң? Эйе, Дамир уны ла сырамытты. Башына семәрле биҙәкле таж кейгән аҡ йылан, йылмайып, оҙон аҡ керпекле күҙҙәрен уға төбәгәйне. “Йыланбикә”, — тип уйлап та өлгөрмәне, малай йоҡлап китте. Төшөндә ул Йыланбикә менән оҙаҡ серләште. 
— Ана, бәҫ һырыған ағасты күрәһеңме? Ниндәй матур ул! Ә яҙын, ҡар иреп бөткәс, ул тағы ла, йәшәреп, күркәмләнер, — тине Йыланбикә.
  • Ә ниңә донъя улай ҡоролған? — тип һораны Дамир зирәк хайуандан. 
  • Йән эйәләре бер-береһенең, тәбиғәттең ҡәҙерен белһен өсөн, — тине Йыланбикә. — Етеп килгән Яңы йыл ҡотло булһын, кескәй дуҫҡайым!
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ