Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

КӨЛТӘГИН ҺӘМ ТӨНЙОҠУҠ

05.12.20 | Раздел: Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар | Просмотров: 246 | Автор: admin1 | Ошибка?
Китаптарҙы күсерәләр цифраға...
Китаптарҙан һан иленә сер аға.
Быуат-быуат туплай килгән аң бағы –
Бағыр беҙгә хәҙер булып һан бары.
Ҡалын-ҡалын томдар булып ятҡансы,
Күс цифраға, артыңа таман ҡамсы!
Кем уҡыр, тиң, ошоно имен-аман?
Цифергә күс, шулай ҡуша бит заман.
Күсмәйем, тип, ухылдай әллә тарих?
Күсмәйем, тип сәрелдәй әллә хәреф?
Туҙға ғына яҙылғанмын, тиме ул?
Йә балсыҡҡа һыҙылғанмын, тиме ул?
Кире ишәк тиреһенме бөркәнеп,
Яҙыуымды бирмәйем, ти, пергамент?

Ә был нимә?! Таш балбалда – тамғалар
Быуаттарҙан күҙ-йәш булып тамалар!..
Йә, Хоҙайым! Бик боронғо тарихым
Миңә төбәй күҙ ҡарашын: "Вариҫым!"
Тамғаларға ҡасмаҫмы һуң төн йөҡоң?
Таш яҙмала – Көлтәгин һәм Төнйоҡуҡ...

Tün udïmatï,
Küntüz olurmatï,
Qïzïl qanïm tökäti,
Qara tärim jügürti,
Isig küčig bärtun ök,
Bän özüm uzun jälmäg
Jämä ïttïm oq.
"Төн тимәй,
Көн тимәй,
Ҡыҙыл ҡаным түккәнсе,
Ҡара тирем йүгергәнсе
Изге көсөмдө биреп үк
Мин үҙемде йыраҡҡа елер
Халҡыма иттем уҡ".
Нисек итеп быны һандар һанар һуң?
Һан һуғылғас, йөрәк нисек аңлар һуң?

Тамғаларға ҡасмаҫмы һуң төн йөҡоң?
Таш яҙмала – Көлтәгин һәм Төнйоҡуҡ...
Һайыҡмаҫмы Әҙәм аңы һандығы
Күсергәндә руналарҙы һандарға?
Китаптарҙы күсерәбеҙ цифергә...
Был эшебеҙ сыҡмаҫ микән көфөргә?

27.11.2020
(голосов: 1)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ Сүллектәр аша Бер даръя аға. Тыныс тулҡыны  Ярҙарын ҡаға. Таралып китә Киң үҙәненә, Йәм, ҡеүәт өҫтәп Гөл-үләненә. Ә

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ