Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Бәлә ташый, тиеп, шиғырымды

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 218 | Автор: admin1 | Ошибка?
Бәлә ташый, тиеп, шиғырымды
Ҡыуған сағым булды бик йыраҡ.
Тоғро эттәй, мөлдөрәп тә ҡарап
Ҡайтып ятты, оло юл урап.
  • Ҡайҙа йөрөнөң? — тим. Һағынғайным.
Ул мөлдөрәп миңә ҡараны.
  •  Ауыр булыр һиңә,
Һөйләй ҡалһам
Үҙем үткән ошо араны.
  • Һөйлә, һөйлә! — тимен.
Ә ул уйсан.
Башҡынайын һала ҡулыма.
  •  Алдай белмәйем мин.
Тик дөрөҫөн
Һөйләп бирһәм, артҡа ҡолама.
Оло юлдан
Атлай оло хәтәр
Оло хәтер менән дау ҡороп.
Елдәр олоп торған оло юл бит
Хәтерләтә бөгөн яу ҡырын.
Бер ваҡытта ла, ти, былай ҡырҡыу
Тормағандыр көрәш ер өсөн.
Ил, тел, иман өсөн яу хаҡында
Кешеләргә еткер дөрөҫөн.
  • Дөрөҫөн? — тим. —
Ләкин һәр кеше бит
Үҙенсәләп күрә дөрөҫтө.
Әҙәм балаһы бит әллә нисә
Төрлө аңлай бер үк дәресте!
Ысынбарлыҡ, туҙып, ағарынып,
Ҡабарынып ҡалҡа ҡаршымда.
Даирәһеҙ ҡалған телдәй, бағам
Еремдәге һәр бер аршынға.
  •  Ысынбарлыҡ йөҙгә төрләнһә лә,
Ғәҙел әйләнә бит Әүернә.
Хаҡ юлыңда бул һин халҡың менән,
Аҡ һүҙеңде әйт һин
Дәүергә.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ