Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

ҠОЯШ ТОТОЛДО

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 260 | Автор: admin1 | Ошибка?
Аяҙ күктә ҡояш кителде.
Шул саҡ ғаләм көлдө:
“Кит инде!
Ҡояш хәтлем Ҡояш булып та,
Бахыр ғына Айҙан өтөлдө!”
Телгә килде шул саҡ йондоҙҙар:
“Эйе, Ҡояш Айҙан тотолдо!
Нуры ла юҡ Айҙан отолдо!
Саҡ  ысҡынып Ҡояш ҡотолдо!”
Май ҡуңыҙымы ни йондоҙҙар,
Мыжып, һала яраға тоҙҙар:
“Ҡояш бөтһә, тотош Ер шарын
Ҡаплап ҡына алыр, - ти, - боҙҙар”.
Китте сыр-сыу, бәхәс – юҡ әҙәп,
Олоғара ҡупты йәмәғәт:
Ҡасан булды шул хәл?
Кит инде!
Ҡояш тотоламы? Нәғәләт!
Көсө етмәҫ булғас Айға ла,
Ниңә Ҡояш тип ул атала?
Түңкәрәйек уны күктәрҙән,
Үҙ урынын белһен , алама!”
Ҡояш белмәне лә был хәлде.
Ай ҙа үҙ юлына йүнәлде.
Ерҙе ҡаплап Ҡояш нурынан, 
Күтәрерһеңме ни кимәлде?
Ҡайҙа ти ул! Оторо ҡыҙҙыра
Ҡояш нуры. Өтә, туҙҙыра.
Ваз кистереп хәтәр уйыңдан,
Йыһан еле, ана, һыҙғыра.
Ығы-зығы ҡалды үткәндә.
Кәрәкмәй ҙә уны ҡубарыу:
Айға нимә? Китте ул ары.
Ҡояш ҡалды һаман юғары.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ Сүллектәр аша Бер даръя аға. Тыныс тулҡыны  Ярҙарын ҡаға. Таралып китә Киң үҙәненә, Йәм, ҡеүәт өҫтәп Гөл-үләненә. Ә

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ