“МИЛЛИ”
09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 227 | Автор: admin1 | Ошибка?
Һомғол зифа буйҙарыңды
Аҡҡоштай йөҙҙөр әле,
Тыпырлатып бер баҫ әле,
Гармунда өҙҙөр әле!
”Милли” гөрләй, “милли” ҡыҙа,
Ҡарап торма ишектән,
Әйҙә, уртаға төш һин дә,
Таҙарт йәнеңде шиктән!
Һис шикләнмә,
Килештереп
Баҫа белмәмен, тиеп.
Бейей алмай, ебәрермен
“Милли”ҙең йәмен, тиеп.
“Милли” – беҙҙең киске уйын,
Клубҡа йыя йәштәрҙе.
Күрсе, калуш кейеп килгән
Бабай хатта йәшәрҙе!
Ҡарағыҙсы, анау егет
Кемгә килтереп баҫа?
Күҙе төшкән һылыуҡайға
Саф мөхәббәтен аса.
Осҡон сәскән ҡараштарын
Егеткә ҡыйын тыйыу.
Иҙән дөптөрләтеп баҫһа –
Ҡаршы сығып төш, һылыу!
Ҡыяуыҡтар ҡыйыу була,
Улай ҡыланып торма,
Төш тә тыпырлатып әйлән,
Түш киреп һин ултырма!
“Милли” ҡыҙа,
“Милли” һөйләй
Тәүге һөйөү телендә..
Ҡайнар хистәр, ихлас һүҙҙәр
Йәшәй йәшлек илендә.
...Әллә ҡайҙа гармун сыңлай...
Саҡырамы “милли”гә?!
Бер елкенеп алайыҡсы,
Етһә лә йәш “елле”гә!
Аҡҡоштай йөҙҙөр әле,
Тыпырлатып бер баҫ әле,
Гармунда өҙҙөр әле!
”Милли” гөрләй, “милли” ҡыҙа,
Ҡарап торма ишектән,
Әйҙә, уртаға төш һин дә,
Таҙарт йәнеңде шиктән!
Һис шикләнмә,
Килештереп
Баҫа белмәмен, тиеп.
Бейей алмай, ебәрермен
“Милли”ҙең йәмен, тиеп.
“Милли” – беҙҙең киске уйын,
Клубҡа йыя йәштәрҙе.
Күрсе, калуш кейеп килгән
Бабай хатта йәшәрҙе!
Ҡарағыҙсы, анау егет
Кемгә килтереп баҫа?
Күҙе төшкән һылыуҡайға
Саф мөхәббәтен аса.
Осҡон сәскән ҡараштарын
Егеткә ҡыйын тыйыу.
Иҙән дөптөрләтеп баҫһа –
Ҡаршы сығып төш, һылыу!
Ҡыяуыҡтар ҡыйыу була,
Улай ҡыланып торма,
Төш тә тыпырлатып әйлән,
Түш киреп һин ултырма!
“Милли” ҡыҙа,
“Милли” һөйләй
Тәүге һөйөү телендә..
Ҡайнар хистәр, ихлас һүҙҙәр
Йәшәй йәшлек илендә.
...Әллә ҡайҙа гармун сыңлай...
Саҡырамы “милли”гә?!
Бер елкенеп алайыҡсы,
Етһә лә йәш “елле”гә!
(голосов: 0)
Поэмалар/Поэмы
ТИМЕР БЫУАТ
09.12.20 | Тамара Искәндәриә. Поэмалар / Рух көмбәҙе
“Саңҡ!” “Саңҡ!”
Шиғырҙар/Стихотворения
Һүрәт төшөрәм
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ
09.12.20 | Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе
Үтте-китте ул дәүер ҙә
Тәржемәләр/Переводы
Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)
Поэтические сборники и книги для детей:
«Песня копыт» /1987/
«Меж землей и небом» /1992/
«Семиречье» /1999/
«Азнабика, мать Салавата» (2006)
«Золотое сечение» /2008/
«Струны любви» /2013/
«Каменная река» /2016/
«Железный век» /2018/
«Марафон» /2018/
«Грани времен» /2019/
«Шашкалар илендә» /2013/
«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/
Балалар өсөн хикәйәләр
БАЛЛЫ ҠАЛАС
17.01.21 | Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр
Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
12.01.21 | Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр
— Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
17.01.21 | Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр
Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,
Балалар өсөн шиғырҙар
РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
12.01.21 | Балалар өсөн шиғырҙар / Африкаға сәйәхәт
ВИКТОРИЯ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
12.01.21 | Балалар өсөн шиғырҙар / Африкаға сәйәхәт
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
12.01.21 | Балалар өсөн шиғырҙар / Африкаға сәйәхәт
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,
Стихи для детей (переводы на русский язык)
Про микробы
08.01.21 | Ижад / Переводы стихов для детей на русский язык
Мальчик с другом заигрался,
ИНЕЙ
08.01.21 | Ижад / Переводы стихов для детей на русский язык
Деревья – в инее
В шкафу
В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины, лаская,
Популяр шиғырҙар:
Һүрәт төшөрәм
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ
09.12.20 | Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе
Үтте-китте ул дәүер ҙә