Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

ФИРҒӘҮЕН

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 191 | Автор: admin1 | Ошибка?
Иғлан иткән үҙен Алла итеп бер фирғәүен.
Миңә генә табынһындар, тигән барса ҡәүем.
Бар халыҡтар уға баш эйһен дә булһын ҡоло.
Тик ул ғына — изге Ҡояш улы, бөйөк, оло!
Йәшәгән, ти, шул саҡ Муса атлы бер пәйғәмбәр.
Килә уға Хоҙай хозурынан изге хәбәр.
“Хәҡиҡәтте яҡла, тоғролоҡта — Йыһан сере.
Барһаң тура юлдан, ҡалырһығыҙ һау һәм тере”.
Алла итеп үҙен танымаған был ҡәүемде
Юҡ итергә, тигән уй борсоған фирғәүенде.
Ғәфү итмәм, — тигән, — бөйөклөгөм кәмһеткәнде!
Халҡы-ние менән юҡ итәм мин был һәптәнде!
Бер ҡотора Ҡыҙыл диңгеҙ һыуы, бер сигенә.
Ҡасып, бара Муса халҡы менән яр ситенә.
“Ҡотҡар, Аллам!” — ти ул. Өнһөҙ тынлыҡ — бер талайға.
Ҡапыл диңгеҙ ярыла ла китә урталайға.
Диңгеҙ төбө буйлап алып сыға Муса халҡын.
Арттарынан килгән фирғәүенде йота тулҡын.
Һуң мәлендә, меҫкен, ялбара ул, осоп ҡото:
— Эй бер Аллам! Мин йәшәрмен хәҙер иман тотоп!
Мин инандым һинең ҡөҙрәтеңә! Итмә һәләк!
Сәждә китеп, ҡыла бер Аллаға ул ғибәҙәт.
Бейектәрҙән: “һин һуңланың! — тиеп килә яуап. —
Үлем тыны еткәс, ғибәҙәттән булмай сауап.
Тик кәүҙәңде, дәһри, беҙ һаҡларбыҙ ғибрәт өсөн!”
Һәм фирғәүен, шул сәждәлә көйө, юя көсөн.
Батып ҡала залим Ҡыҙыл диңгеҙ тулҡынында.
... Табыла ул,
Күп быуаттар үткәс,
Яр буйында.
Бер музейҙа тора, тиҙәр уны, булып ғибрәт.
Йә, илаһым, тура юлдарыңды үҙең өйрәт!
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ