ИМЛӘҮ
09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 237 | Автор: admin1 | Ошибка?
Бына улар, таш булмыштың ҡалыптары —
Таш фекерҙең, таш тойғоноң һауыттары.
Мең тәҙрәнең мең кыуаныс-ҡайғылары,
Ҡайһы яҡты, тома һуҡыр ҡайһылары...
Баҫҡыстары таш зинданға төшә икән,
Таш ҡапсыҡты ике яҡлап тишә икән.
Килеп индем ваҡ ямғырҙан ҡасып бында,
Ер аҫтынан үткән юлға, иртә таңда.
Иртә таңда...
...Ниндәй моң был, үҙәк өҙгөс ниндәй сеңләү?
Сеңләү түгел, ер аҫтынан килгән иңрәү?
Иңрәү түгел, ерҙе-күкте таштан имләү...
Имләү түгел, һуң нимәгә була тиңләү?
Ҡаҡ асфальтҡа һуҙып һалып аяҡтарын,
Әсә көйләй балаһына аяттарын.
Итәгендә иҙерәп китеп бала йоҡлай.
Яҡты аят ыжғыр елдән йәнен ыҡлай.
Әсә көйләй. Ҡалын, йомшаҡ был тауышҡа
Яңғырай зиндан, оҡшап ҡалып таш ҡыуышҡа.
Тулған зиндан илаһи был сеңләү менән,
Сеңләү түгел, иңрәү,
О, юҡ, имләү менән.
Баҫҡыстары таш зиндандан менә икән,
Таш ҡапсыҡты ике яҡлап өңә икән.
Ваҡ ямғыр ҙа, ығы-зығы ла юҡ һанда,
Һәлмәк баҫып атлап киттем иртә таңда.
Иртә таңда...
Таш фекерҙең, таш тойғоноң һауыттары.
Мең тәҙрәнең мең кыуаныс-ҡайғылары,
Ҡайһы яҡты, тома һуҡыр ҡайһылары...
Баҫҡыстары таш зинданға төшә икән,
Таш ҡапсыҡты ике яҡлап тишә икән.
Килеп индем ваҡ ямғырҙан ҡасып бында,
Ер аҫтынан үткән юлға, иртә таңда.
Иртә таңда...
...Ниндәй моң был, үҙәк өҙгөс ниндәй сеңләү?
Сеңләү түгел, ер аҫтынан килгән иңрәү?
Иңрәү түгел, ерҙе-күкте таштан имләү...
Имләү түгел, һуң нимәгә була тиңләү?
Ҡаҡ асфальтҡа һуҙып һалып аяҡтарын,
Әсә көйләй балаһына аяттарын.
Итәгендә иҙерәп китеп бала йоҡлай.
Яҡты аят ыжғыр елдән йәнен ыҡлай.
Әсә көйләй. Ҡалын, йомшаҡ был тауышҡа
Яңғырай зиндан, оҡшап ҡалып таш ҡыуышҡа.
Тулған зиндан илаһи был сеңләү менән,
Сеңләү түгел, иңрәү,
О, юҡ, имләү менән.
Баҫҡыстары таш зиндандан менә икән,
Таш ҡапсыҡты ике яҡлап өңә икән.
Ваҡ ямғыр ҙа, ығы-зығы ла юҡ һанда,
Һәлмәк баҫып атлап киттем иртә таңда.
Иртә таңда...
(голосов: 0)
Поэмалар/Поэмы
ТИМЕР БЫУАТ
09.12.20 | Тамара Искәндәриә. Поэмалар / Рух көмбәҙе
“Саңҡ!” “Саңҡ!”
Шиғырҙар/Стихотворения
Һүрәт төшөрәм
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ
09.12.20 | Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе
Үтте-китте ул дәүер ҙә
Тәржемәләр/Переводы
Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)
Поэтические сборники и книги для детей:
«Песня копыт» /1987/
«Меж землей и небом» /1992/
«Семиречье» /1999/
«Азнабика, мать Салавата» (2006)
«Золотое сечение» /2008/
«Струны любви» /2013/
«Каменная река» /2016/
«Железный век» /2018/
«Марафон» /2018/
«Грани времен» /2019/
«Шашкалар илендә» /2013/
«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/
Балалар өсөн хикәйәләр
БАЛЛЫ ҠАЛАС
17.01.21 | Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр
Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
12.01.21 | Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр
— Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
17.01.21 | Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр
Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,
Балалар өсөн шиғырҙар
РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
12.01.21 | Балалар өсөн шиғырҙар / Африкаға сәйәхәт
ВИКТОРИЯ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
12.01.21 | Балалар өсөн шиғырҙар / Африкаға сәйәхәт
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ
12.01.21 | Балалар өсөн шиғырҙар / Африкаға сәйәхәт
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ Сүллектәр аша Бер даръя аға. Тыныс тулҡыны Ярҙарын ҡаға. Таралып китә Киң үҙәненә, Йәм, ҡеүәт өҫтәп Гөл-үләненә. Ә
Стихи для детей (переводы на русский язык)
Про микробы
08.01.21 | Ижад / Переводы стихов для детей на русский язык
Мальчик с другом заигрался,
ИНЕЙ
08.01.21 | Ижад / Переводы стихов для детей на русский язык
Деревья – в инее
В шкафу
В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины, лаская,
Популяр шиғырҙар:
Һүрәт төшөрәм
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ
09.12.20 | Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе
Үтте-китте ул дәүер ҙә