Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

ТОРАТАУ

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 319 | Автор: admin1 | Ошибка?
Күк монарҙа
Тыуыр көнгә бағып,
Тигеҙ ерҙән ҡалҡып тора тау —
Замандарҙың даулы дауылынан
Йырғыланып бөткән Торатау.
Йырып сығалмаҫлыҡ күл кискәндәй,
Төшөнөргә һине тырышам.
Нимәң һинең йәнемде һуң йәнсей?
Ниҙе һинән эҙләй ҡарашым?
Ығы-зығыларҙа онотолоп,
Үҙ уйыңа батҡан ҡарт һымаҡ,
Яурын баҫып ниҙәр хәтерләйһең,
Хәтәр тарихтарың бар һымаҡ?
Һиҫкән дә һин күҙ һал тирә-йүнгә:
Быуат-быуат ниҙәр күрмәгән
Оло ағаң Шаһтау күкрәгенә
Контейнерҙар бөгөн үрмәләй.
Ҡан төйнәйҙәр һымаҡ контейнерҙар
Йөрәгемә бүрткән тамырҙан.
Шаһтау үлеменә кем ҡайғырған —
Алйып торған мин дә алйырҙан...
Контейнерҙар сымы тиҙҙән, тиҙәр,
Ҡолас ташлар һинең тарафҡа.
Шулай уҡмы иңрәп ҡалған өңдән
Ут бөркөлөр беҙҙең ҡарашҡа?!
Тау тып-тыныс,
Хатта ғәмһеҙ тора.
Тик тынысмы һуң һин, эй, шихан?
Данлы, шаулы ҡәлғә саҡтарыңды
Бар йондоҙҙар белә, бар йыһан.
Хәтәр быуаттарҙа төйәк иткән
Һине башҡорт бейе Торахан.
Кинйәкәү ҙә ауылы ҡайҙа, тиеп,
Күптәр белмәҫ хәҙер, һораһаң.
Торахандың улы Кинйәкәүҙең
Яндырылған ауылы ерҙә юҡ.
Һигеҙ саҡырым аша сәсәгән, ти,
Уның төтөнөнән Ҡыяуыҡ.
Янған ерҙә Петровское ҡалҡҡас,
Ят исемде баҙмай атарға,
Быуат-быуат ата-бабам әйтер:
«Кинйәкәүгә барам баҙарға...»
Шанлы замандарға шаһитһың һин,
Харабалай, ҡатты ул заман.
Тормош диңгеҙендә — тик ҡомартҡы,
Даны киткән һин бер уҙаман.
Шихан өнһөҙ.
Ләкин һиҙәм — миңә
Бөйөк тулҡын килеп ҡағыла:
Уҡ-һөңгөлө яуҙар шаулап торған
Быуаттарҙың заңы ағыла.
Күҙ алдына килә ҡәлғәһенән
Тирә-йүнгә баҡҡан Торахан...
Европала — храм емереү,
Беҙҙә
Харам — шихандарҙы тураһаң!
...Күк монарҙа,
Тыуыр көнгә бағып,
Тигеҙ ерҙән ҡалҡып тора тау —
Дәүерҙәрҙең даулы дауылынан
Яралары бөтмәҫ
Торатау.
1983
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ