Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

ШИҒРИӘТ һӘМ СӘЙӘСӘТ

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 122 | Автор: admin1 | Ошибка?
Тормошта шиғырға урын юҡ.
Урын юҡ
Ысын, саф хистәргә.
Буялған ялтырға,
Кейенгән
Сиғандай
Иң сағыу төҫтәргә
Был донъя.
Ҡайҙалыр ашыға,
Бер-берен төрткөләй
Кешеләр.
Тапалып ҡуймайым, тип
Ситкә
Китеүсе бар
Минең ишеләр.
Тапалһа намыҫың,
Эш харап,
Бер кемгә
Түгелһең һин кәрәк.
Баш иҫән сағында
Тайпылһаң,
Оторһоң,
Ситкәрәк,
Ситкәрәк!
Мин шулай уйланым.
Сәйәси
Уйында
Шағирҙың
Эше юҡ.
Шиғриәт —
Илаһи сер иле,
Был серҙең
Асыулы теше юҡ.
Һәм күрәм:
Ер шары туп-тулы
Сиғандай сып-сыбар халыҡтан.
Төрлө уй-ниәтле ҡатламдан,
Төрлө эш ҡылырҙай холоҡтан.
Саф алтын бөртөгө бит —
Халҡым!
Мин туған телемдә яҙам бит.
Сәйәсәт — сит, тиеп тайшанһам,
Мин ошо телемдән яҙам бит!
Башҡорттоң шағиры —
Сәйәсмән.
Илаһи серҙәрҙе асыусы,
Рухиәт терәген нығытыр
Бағана булып ул баҫыусы.
Тормошта
Шиғырға урын юҡ.
Шиғриәт балҡышы өҫтәрәк.
Юғары тойғолар илсеһе —
Шағирға
Сәйәси
Көс кәрәк!
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,
БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ Сүллектәр аша Бер даръя аға. Тыныс тулҡыны  Ярҙарын ҡаға. Таралып китә Киң үҙәненә, Йәм, ҡеүәт өҫтәп Гөл-үләненә. Ә

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,
ИНЕЙ

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ