Аҙнабикә үҫте урман-тауҙа
09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 123 | Автор: admin1 | Ошибка?
Аҙнабикә үҫте урман-тауҙа.
Йөрөгәндә һунар йә ауҙа
Белмәҫ булды йәне ҡурҡыуҙы.
Ә бөгөн һуң?
Тулҡын-тулҡын хисен
Йөрәк төпкөлөнә ҡыҙ ҡыуҙы...
«һиңә ғашиҡ Юлай» тигән хәбәр
Ҡуҙғытҡайны ҡыҙҙың күңелен.
Һабантуйҙа, тимәк, ул да була...
Бер көн килеп уны күререн
Белде бит ул, белде Аҙнабикә.
Ниңә йөҙө шулай аллана?
Ошо көндө күпме көткәйне бит,
Һорағайны Тәңре, Алланан.
Аҙнабикә — ғорур йәнле ҡыҙ шул,
Һирпелеп тә уға ҡарамаҫ.
Оҡшатһын, тип, Юлай,
кершән яҡмаҫ,
Сәстәрен дә майлап тарамаҫ.
Ятмай күндәм генә уның сәсе,
Болот һымаҡ, күркәм ҡабара.
Өркәк түгел холҡо,
Ят алдында
Йөҙҙәренән осмай ҡобара.
Ул урмансы ҡыҙы.
Әй һыуында,
Ләмәҙ йылғаһында ҡойонған.
Ғаиләлә өлкән бала булып,
Алманы һис быны ҡыйынға.
Ҡыҙ атаһы менән урман киҫте,
Һунар итте, балыҡ ауланы.
Был донъяла бары беләк көсө
Заруриҙыр, тиеп аңланы.
Аҙнабикә — ғәййәр зат-ырыуҙан.
Кәүҙәгә лә зифа, һылыу ҙа.
Һыбай сапҡанында
Йә көрәштә
Йығылыр был, тимә, арыуҙан.
Еңһә, еңер бары бер-берәүҙең
Һоҡланыулы наҙлы ҡарашы.
Ҡалды инде, ҡалды йөрәгендә
Юлай күҙекәйе ҡараһы...
Һабантуйҙа улар осраштылар:
Айбарлы ла батыр, уҙаман
Һәм бағымсы йәнле урман ҡыҙы...
Аҙнабикә аңлар бер заман
Был донъяла осраҡлылыҡ юғын —
Был донъяла тәҡдир-ҡуласа
Әйләндерә тарих тәгәрмәсен,
Яңы батырлыҡҡа юл аса.
Йөрөгәндә һунар йә ауҙа
Белмәҫ булды йәне ҡурҡыуҙы.
Ә бөгөн һуң?
Тулҡын-тулҡын хисен
Йөрәк төпкөлөнә ҡыҙ ҡыуҙы...
«һиңә ғашиҡ Юлай» тигән хәбәр
Ҡуҙғытҡайны ҡыҙҙың күңелен.
Һабантуйҙа, тимәк, ул да була...
Бер көн килеп уны күререн
Белде бит ул, белде Аҙнабикә.
Ниңә йөҙө шулай аллана?
Ошо көндө күпме көткәйне бит,
Һорағайны Тәңре, Алланан.
Аҙнабикә — ғорур йәнле ҡыҙ шул,
Һирпелеп тә уға ҡарамаҫ.
Оҡшатһын, тип, Юлай,
кершән яҡмаҫ,
Сәстәрен дә майлап тарамаҫ.
Ятмай күндәм генә уның сәсе,
Болот һымаҡ, күркәм ҡабара.
Өркәк түгел холҡо,
Ят алдында
Йөҙҙәренән осмай ҡобара.
Ул урмансы ҡыҙы.
Әй һыуында,
Ләмәҙ йылғаһында ҡойонған.
Ғаиләлә өлкән бала булып,
Алманы һис быны ҡыйынға.
Ҡыҙ атаһы менән урман киҫте,
Һунар итте, балыҡ ауланы.
Был донъяла бары беләк көсө
Заруриҙыр, тиеп аңланы.
Аҙнабикә — ғәййәр зат-ырыуҙан.
Кәүҙәгә лә зифа, һылыу ҙа.
Һыбай сапҡанында
Йә көрәштә
Йығылыр был, тимә, арыуҙан.
Еңһә, еңер бары бер-берәүҙең
Һоҡланыулы наҙлы ҡарашы.
Ҡалды инде, ҡалды йөрәгендә
Юлай күҙекәйе ҡараһы...
Һабантуйҙа улар осраштылар:
Айбарлы ла батыр, уҙаман
Һәм бағымсы йәнле урман ҡыҙы...
Аҙнабикә аңлар бер заман
Был донъяла осраҡлылыҡ юғын —
Был донъяла тәҡдир-ҡуласа
Әйләндерә тарих тәгәрмәсен,
Яңы батырлыҡҡа юл аса.
(голосов: 0)
Поэмалар/Поэмы
ТИМЕР БЫУАТ
09.12.20 | Тамара Искәндәриә. Поэмалар / Рух көмбәҙе
“Саңҡ!” “Саңҡ!”
Шиғырҙар/Стихотворения
Һүрәт төшөрәм
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ
09.12.20 | Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе
Үтте-китте ул дәүер ҙә
Тәржемәләр/Переводы
Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)
Поэтические сборники и книги для детей:
«Песня копыт» /1987/
«Меж землей и небом» /1992/
«Семиречье» /1999/
«Азнабика, мать Салавата» (2006)
«Золотое сечение» /2008/
«Струны любви» /2013/
«Каменная река» /2016/
«Железный век» /2018/
«Марафон» /2018/
«Грани времен» /2019/
«Шашкалар илендә» /2013/
«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/
Балалар өсөн хикәйәләр
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
12.01.21 | Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр
— Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
17.01.21 | Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр
Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,
БАЛЛЫ ҠАЛАС
17.01.21 | Ижад / Балалар өсөн хикәйәләр
Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Балалар өсөн шиғырҙар
РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
12.01.21 | Балалар өсөн шиғырҙар / Африкаға сәйәхәт
ВИКТОРИЯ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
12.01.21 | Балалар өсөн шиғырҙар / Африкаға сәйәхәт
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ
12.01.21 | Балалар өсөн шиғырҙар / Африкаға сәйәхәт
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ Сүллектәр аша Бер даръя аға. Тыныс тулҡыны Ярҙарын ҡаға. Таралып китә Киң үҙәненә, Йәм, ҡеүәт өҫтәп Гөл-үләненә. Ә
Стихи для детей (переводы на русский язык)
Про микробы
08.01.21 | Ижад / Переводы стихов для детей на русский язык
Мальчик с другом заигрался,
В шкафу
В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины, лаская,
ИНЕЙ
08.01.21 | Ижад / Переводы стихов для детей на русский язык
Деревья – в инее
Популяр шиғырҙар:
Һүрәт төшөрәм
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
05.12.20 | Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар
Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ
09.12.20 | Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе
Үтте-китте ул дәүер ҙә