Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Хәтирәләр урманына

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 279 | Автор: admin1 | Ошибка?
Хәтирәләр урманына 
Инде ҡыҙ-ҡатын йәне.
Бер ҡараһаң, боҙ йәне лә, 
Бер ҡараһаң, ҡуҙ йәне. 
Тәлгәштәрен тирәләр 
Хикмәтле хәтирәләр: 
Үткән түгел, киләсәкте 
«Иҫенә» төшөрәләр. 
Аң-аҡылың аша үтә 
Ниндәй аят, сүрәләр?
Аҙнабикә йәнен ялмай 
Күрәҙә-хәтирәләр. 
Аҙнабикә — ете көн, 
Ете быуын — бер үк ҡан,
Ете ырыу — бер үк ҡаң, 
Ете ҡат күк өҫтө — заң,
Ете ҡат ер аҫты — йылан,
Ете йондоҙ — Етегән
Ете төҫтә бейегән 
Дәүерҙәрҙән үтте ул — 
Ҡайҙа килеп етте ул?
Ете... Ете... Ете... 
...Аҙнабикә асты күңел күҙен.
Таныш түгел уға был дәүер.
Һауаларҙы һөрөм баҫҡан, ана, 
Төҫһөҙләнеп ҡалған йәшел ер. 
Үҙйөрөшлө арбалары! Абау! 
Йыһандарҙа — мәғлүмәти дау. 
Әммә таныш телмәр ҡолаҡ имләй — 
Шөкөр, Башҡорт иле имен-һау. 
Ә башҡорттоң күңеле бөтөнмө һуң?
Йәшәйме Рух ирке халыҡта?
Азатмы ул — урмандағы кейек,
Күктәге ҡош, һыуҙа балыҡтай?
Донъяла һис бөтмәҫ һуғыш бара:
Яғалаша Ҡара менән Аҡ,
Даулаша гел Яуыз менән Изге,
Низағлаша нахаҡ менән хаҡ.
Башҡорт иле, шөкөр, именлектә.
Яр башында — һыбай баһадир.
Салауат тиҙәр үҙен. 
Был мөхиткә,
Бағымсылай, әйҙә, баһа бир: 
«Салауат» тигән исем бик таралған, 
Ә замана — аҡтан, ҡаранан.
Йәйғор төҫөндәге оло был һүҙ 
Ошо  илде ҡалған аралап
Һуғыш-янъял, емереү-төңөлөүҙән...
Был һүҙ үҙе — йәнгә дауалыр.
Хоҙай ҡаршыһында ярлыҡаусы,
Таҙартыусы изге доғалыр...
Шулай фекер итте Аҙнабикә,
Ят дәүергә килеп юлығып.
Ә шулай ҙа, кем һуң — Салауат, тип 
Һорау ҡуйҙы тағы ҡыҙығып.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ