Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

Аҙнабикә ҡайта дәүер буйлап

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 243 | Автор: admin1 | Ошибка?
Аҙнабикә ҡайта дәүер буйлап,
Ете лә генә быуын ҡанын уйлап,
Ете лә генә ырыу ҡаңын уйлап,
Ете лә генә күктәр заңын буйлап. 
Халыҡ күңеле — ҡара урман икән, 
Изге һүҙгә унда — ҡорған икән. 
Тыйылған да һүҙҙе — «Салауат»ты 
Йәне менән тойоп торған икән.
Асылды ла изге асҡыс менән,
Иң түренә илтте баҫҡыс менән. 
Тәҡдир үҙе уны ҡаршыланы 
Тын ғәмәлдә — нурлы балҡыш менән. 
«Аҙнабикә, — тине, 
— һин батыр бул, 
Һин мәссәғүт затлы ҡыҙ-ҡатын.
Хәҙер асам бөйөк хәҡиҡәттең
Һин белергә тейеш бер ҡатын». 
Пәйҙә булды шул саҡ ҡап-ҡара ер 
Аҙнабикә күҙе алдында. 
Яндырылған ҡара ерҙә — яҙыу. 
«Салауат» тип күрҙе аңында 
Аҙнабикә. 
Быуынһыҙ ул ҡалды. 
Ҡаратау буйы, Тәкәй ерҙәре!..
Асылды күк. Асылды шул инде
Иң аяныс, хәтәр серҙәре! 
Тыуыр балаң һинең — Салауат! 
Тыуыр балаң һинең — ғазауат.
Тыуыр балаң — доға, риүәйәт,
Килер быуындарға аманат.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ Сүллектәр аша Бер даръя аға. Тыныс тулҡыны  Ярҙарын ҡаға. Таралып китә Киң үҙәненә, Йәм, ҡеүәт өҫтәп Гөл-үләненә. Ә

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ