Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

САМУРАЙ

09.12.20 | Раздел: Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар / Рух көмбәҙе | Просмотров: 277 | Автор: admin1 | Ошибка?
(Поэма)
Иероглиф төшөрҙө ул:
«Күк аҫтында һәр нәмә»,
Һағышланып яҙманы ул,
Яҙманы ул зарнамә.
Барса нәмә Күк аҫтында.
Быны белә самурай.
Еңеү хаҡын барлаймы ул?
Йән аяуҙымы һорай?
Иероглиф уттай яна,
Ҡурҡыныс күккә бағыу.
Яугирлектең өс төрөнә
Ишара итә яҙыу.
1-се яугир:
Уңда түгел,
Һулда түгел,
Ҡында түгел, —
ҡылыста!
Йәнең ҡылыс үҙәгендә,
Уйың алда, алыҫта.
Уңда түгел,
Һулда түгел,
Ҡулда түгел, —
буйыңда!
Ҡылыс һинең үҙәгеңдә,
Еңеү генә уйыңда.
Был яугиргә — аяу белмәй
Дошман ғүмерен ҡыяһы,
Ҡоралы булһа ла хатта
Ябай үлән ҡыяғы.
2-се яугир:
Ҡының да буш.
Яның да буш.
Ҡон ҡайната ҡан бары.
Ҡөҙрәт, ғәйрәт ҡылысы ул — 
Йөрәгеңдең айбары.
Маҡсат һәм көс,
Һөйөү һәм үс
Уҡмашҡан бер теләккә —
Һис кем кәртә ҡуя алмаҫ
Ҡоралһыҙ был йөрәккә!
3-сө яугир:
Ҡылыс юҡ ҡулыңда.
Ҡылыс юҡ уйыңда.
Ҡылыс юҡ теләктә.
Ҡылыс юҡ йөрәктә.
Йәнеңдә юҡ үс, ҡон.
Мейеңдә тик осҡон!
Уй-фекер төбөңдә —
Аяуһыҙ ынтылыш!
Маҡсатың, ниәтең —
Заманда һынылыш:
Ул ҡырҡа боролош,
Өр-яңы ҡоролош.
Асылда, аҡылда
Бейеккә артылыш.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ