Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 17-09-2013, 12:04 | Категория: Байрамдар / Еңеү көнө

Просмотров 1 758
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2013
Рубрика:Байрамдар / Еңеү көнө
Исеме:АТЛЫЛАР АНТЫ
Автор:Мостай КӘРИМ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Салауат Ғиләзетдинов
АТЛЫЛАР АНТЫ/Мостай КӘРИМ

Ҡышҡы күктә, һарғайып, таң
Атҡанда,
Атлылар полкы теҙелде
Аҡланда.
Ат баҫҡанда, шыңшыны ҡар
Һалҡындан.
Йәнгә йылы алдыҡ беҙ ҙур
Ялҡындан.
Һүнмәҫ ярһыулыҡ алдыҡ беҙ
Йәш ҡанға;
Ант бирҙек беҙ был иртәлә
Ватанға —
Дошман утын һүндерергә
Ут менән
Һәм яҡларға ғәҙеллекте
Уҡ менән.
Ант иттек беҙ: дошманға
Үлем сәсергә,
Ант иттек беҙ: еңеү өсөн
Йәшәргә.
Полк тантана тынлығын
Һаҡланы.
Хатта аттар ҙа баштарын
Ҡаҡманы.
Дәртләнеп йыш-йыш һуланы
Атлылар.
Һәр бер ҡараштан һибелде
Сатҡылар.
Шул ант менән үттек күпме
Яу ҡырын,
Ялҡын өйөрмәһен,
Ҡурғаш ямғырын.
Ҡындарына ҡылыстарҙы
Һалманыҡ,
Беҙ, уттан ҡайнар булғанға,
Янманыҡ.
Юлдарыбыҙ тайпылышһыҙ
Еңеүгә табан,
Ҡылыс уйнай, аттарыбыҙ
Ашҡынып саба.

1943 йыл
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар