ВАҠЫТ ҺҮҘЕ
admin1 7-01-2021, 16:25 240 ---
ВАҠЫТ ҺҮҘЕ
... Археолог, ерҙән дәлил эҙләп,
Тарих теҙмәләрен тергеҙәлер...
Ә беҙ Күктән тауҙы йәнсеп алдыҡ.
Тау соҡоро хәҙер йән иҙәлер...
Ә беҙ Күктән тауҙы йәнсеп алдыҡ.
Күккә нимәгә ул?
Беҙгә кәрәк.
Әйҙә, ажғыр, ғифрит экскаватор,
Әйҙә, емер, кимер, һоҫҡо-көрәк!
Археолог эҙләй быуат эҙен,
Дәүерҙәрҙә ҡалып юғалғанды...
Ә беҙ Күктән тауҙы йәнсеп алдыҡ.
Беҙ түңкәрҙек ергә Тау-шиханды!
Ер йөҙөнән түгел, һыу аҫтынан
Юҡҡа сығарабыҙ уның эҙен!
Ә беҙ Күктән тауҙы йәнсеп алдыҡ!
Ә беҙ ишетмәйбеҙ Ваҡыт һүҙен!
Күктең тамырына киҙәнәбеҙ,
Уны ерҙән йолҡоп кинәнәбеҙ!
Ә беҙ тауҙы Күктән йәнсеп алдыҡ,
Хәҙер түҙеп торһон Ер инәбеҙ!
Түҙеп торһон!
Кеше хужа бында!
Ерҙең йәне бар, ти? Көлдөрмәгеҙ!
Беҙ бит Күктән тауҙы йәнсеп алдыҡ,
Беҙ бит дейеү, ә маңлайҙа – мөгөҙ!
... Йәнселгән Күк,
Соҡолған Ер шунда,
Хәрәкәткә килде был хәбәрҙән.
Мәңгелектең сүл ҡомлоғо булып
Ҡалды донъя ошо зилзәбәрҙән.
16.12.2020
[xfgiven_images]
... Археолог, ерҙән дәлил эҙләп,
Тарих теҙмәләрен тергеҙәлер...
Ә беҙ Күктән тауҙы йәнсеп алдыҡ.
Тау соҡоро хәҙер йән иҙәлер...
Ә беҙ Күктән тауҙы йәнсеп алдыҡ.
Күккә нимәгә ул?
Беҙгә кәрәк.
Әйҙә, ажғыр, ғифрит экскаватор,
Әйҙә, емер, кимер, һоҫҡо-көрәк!
Археолог эҙләй быуат эҙен,
Дәүерҙәрҙә ҡалып юғалғанды...
Ә беҙ Күктән тауҙы йәнсеп алдыҡ.
Беҙ түңкәрҙек ергә Тау-шиханды!
Ер йөҙөнән түгел, һыу аҫтынан
Юҡҡа сығарабыҙ уның эҙен!
Ә беҙ Күктән тауҙы йәнсеп алдыҡ!
Ә беҙ ишетмәйбеҙ Ваҡыт һүҙен!
Күктең тамырына киҙәнәбеҙ,
Уны ерҙән йолҡоп кинәнәбеҙ!
Ә беҙ тауҙы Күктән йәнсеп алдыҡ,
Хәҙер түҙеп торһон Ер инәбеҙ!
Түҙеп торһон!
Кеше хужа бында!
Ерҙең йәне бар, ти? Көлдөрмәгеҙ!
Беҙ бит Күктән тауҙы йәнсеп алдыҡ,
Беҙ бит дейеү, ә маңлайҙа – мөгөҙ!
... Йәнселгән Күк,
Соҡолған Ер шунда,
Хәрәкәткә килде был хәбәрҙән.
Мәңгелектең сүл ҡомлоғо булып
Ҡалды донъя ошо зилзәбәрҙән.
16.12.2020
[xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]