Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

ХАРАБАЛАР

07.01.21 | Раздел: Ижад / Ер менән Күк араһында | Просмотров: 120 | Автор: admin1 | Ошибка?
ХАРАБАЛАР

Археолог, ерҙән ниҙер эҙләп,
Соҡой уны, һуҡыр сысҡан һымаҡ.
Уның өсөн – ваҡыт туҡталғандай,
Ел дә иҫмәй, һыу ҙа аҡмай, тымыҡ...

Харабалар, өнһөҙ харабалар,
Тарих һеҙҙә телһеҙ ҡалған мәллә?
Тауыш-тынһыҙ иңрәү ҙә яңғырай
Йәнемә шул ауаз ҡаҡҡан мәлдә.

Ығы-зығыларҙан мине улмы
Һаман тынмаҫ уйҙарыма ҡыуа?
Әйтелмәгән фекер – харабалай.
Тик әйтелгән һүҙҙән
Заман тыуа!

Заман беҙҙең үҙебеҙҙән тыуа –
Шәхес булып еткән еңмештәрҙән.
Йөҙ һытабыҙ, осор ағасында
Ауыҙ итһәк әсе емештәрҙән...

Харабалар, өнһөҙ харабалар,
Биләнегеҙ күпме күңелдәрҙе!
Емерелде күпме хыял-йорттар...
Харап иткес ниндәй ел һуң бәрҙе?!

Юҡ, бәрмәне, үтә тыныс булды,
Тынсыу булды беҙ төҙөгән йорттар.
Хәҡиҡәттән яптыҡ тәҙрәләрҙе,
Ҡабыҙманыҡ унда маҡсат-уттар.

Терәктәре бөткән күптән сереп,
Таяныстар ҡалай аяныстар.
Мүкләнеп тә, тутығып та, хыял
Харабала тапмаҫ йыуаныстар.

Мин ишеттем һеҙҙең иңрәүҙәрҙе,
Ҡолағымда – һеҙҙең ауаз шаңы,
Харабалар, өнһөҙ харабалар!
Ярһып ҡаға йөрәгемдең саңы.

Тамара Искәндәриә
"Ер менән Күк араһында" китабынан.
1985

Данлыҡлы Везувий вулканының лаваһы аҫтында ҡалып, беҙҙең көндәрҙә туристар өсөн асылған Помпей ҡалаһы харабалары 
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,
БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ
НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ НИЛ ЙЫЛҒАҺЫ Сүллектәр аша Бер даръя аға. Тыныс тулҡыны  Ярҙарын ҡаға. Таралып китә Киң үҙәненә, Йәм, ҡеүәт өҫтәп Гөл-үләненә. Ә

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,
ИНЕЙ

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ