Бесплатно можно смотреть фильмы онлайн и не забудьте о шаблоны dle на нашем ресурсе бесплатно скачать фильмы c лучшего сайта

МИНЕҢ ВЕРЛИБРҘАРЫМ

08.01.21 | Раздел: Ижад / Тамара Искәндәриә. Шиғырҙар | Просмотров: 285 | Автор: author | Ошибка?
*  *  *
Һине уйлағанда
ирендәрем, тулышып,
ҡан тибешен тоя...
Һулышың!
Һине уйлағанда
күҙ алмаларым, әсетеп,
дымлана.
Уйланам.
Көҙгө әсе һыуыҡҡа
был бөрөнән
ҡалмаҫмы ҡыу уҡа?


* * *
Йылан ташлап шыуышҡандай
ҡабығын,
Йыһан карабы
Ерҙән ҡуҙғалғанда
шартлатып ырғытҡандай
ҡыҫҡыстарын,
Йылы елдә бөрө сойорғотҡандай
ҡатҡыл тышлығын –
Мин ҡалдырам
үткән һыҙланыуҙы –
ысынбарлыҡтан ҡотом осоп,
үҙ-үҙемә йомолоуҙы.
Мин азат.

                
БАҒАНА
Бағана.
Бағанаға бағып
Кеше тора.
Тапана.
Күҙен секрәйтеп
Ниҙер эҙләй.
Күҙ алдында яҙыу таплана
Төкөрөгөнән.
Өмөтө ҡалмағанда
Тағы уны тарта
Бағана.
Бағанаға нимә,
Мохтаж түгел
Табыныуға һинең,
Баһаңа.
Хет ҡара һин уға,
Хет ҡарама,
Үҙ бурысы уның, үҙ заңы.
Үткәрә ул магнит яланынан
Мәғлүмәттең ялбыр туҙанын.
Унда — иғлан, иғлан, иғлан...
Бағаналар иғлан менән тулған.
Юғары вольт үткәргесе һымаҡ
Кеше үҙе бағаналай туңған.
Йөҙөнә яҙылған
                      күмһегән
                                       хәстәре.
Һауаны сатната,
                      йәшендәй,
                                          сәстәре.
Кеше эш эҙләй...


*  *  *
Уйын туктай уйын булыуҙан.
Ҡапылда бөтәһе үҙгәрә:
Бөтөнләй икенсе һүҙ кәрәк,
Электән күнеккән ҡылыҡҡа
түҙ, йөрәк,
түҙ, йөрәк,
түҙ, йөрәк...
Ҡайһылай ауыр был ихласлыҡ.
Ҡайһылай еңел был ихласлыҡ...


*  *  *
Яратаһың ҡаршы торғанды.
Һиңә
еңеү хисе
Һөйөүҙән ҡиммәт.
Ә мин беләм:
был тәбиғи тойғо
Һунарсы өсөн һиммәт...
ҺИҢӘ – ЮЛҒА
Һиңә – юлға.
Йыйынаһың.
Әле быныһын, әле уныһын алып,
Һәр әйберҙе үлсәп, ҡарап, кире һалып
Йыйынаһың.
Ҡапыл мине күргән һымаҡ, осоп
Яндарыма киләһең дә, тешең ҡыҫып,
Тыйылаһың.
Тыйылаһың.
Белеп торам:
Йылы һүҙҙәр тел осоңда.
Ләкин булмаҫ
Эсеңдәге уй тышыңда.
Ләкин янмаҫ
Таңғы ысыҡ
Нур-тажыңда…
Япраҡ ярмаҫ
Бөрө  олон
Ҡыртышында…
Ирҙәр була ҡырыҫ.
Йөрәктәре – ҡорос.
Һиңә – юлға…
Шул саҡта мин ҡапыл аңлап алам:
Һин китәһең, йәнем, мин бит ҡалам!
Булмыштарың гүйә ҡаты тоҙ.
Ә  һуң мин бит, мин бит – ҡатын-ҡыҙ!
Тыйыламын.
Тыйыламын.
Сәскә  таждарылай
Ҡойоламын…
Һиңә – юлға.


МОҢ ҠУМТАҺЫ
Моң ҡумтаһын астым.
Тертләп киттем.
Унан миңә тынлыҡ бөркөлдө.
Шул тынлыҡтан үҙем әҫәрләнеп,
Бер йырланым тағы,
Бер көлдөм.
Ул тынлыҡта –
Сабый сағымдағы
Сың-сың ғына килгән
Ауаздар...
Ул тынлыҡта –
«Гөлт» ҡабынған усаҡ,
Икмәк еҫе килгән һауа.
Мейес алдарында
Аҡ ҡамырҙан
«Турғай» бешереүсе –
Минме ул?
Ал күмергә ҡарап
Көй ишеткән
Өнһөҙ, һүҙһеҙ бала –
Минме ул?
...Эйе, өнһөҙ бала мин ул,
Телдәрлегем,
Тилберлегем әле
Йоҡола саҡ.
Һүҙ ҡумтаһын
Бикләп торған мисәт
Йолҡоласаҡ бер саҡ,
Йолҡоласаҡ.
Әбейҙәрем әйткән
Әкиәттәр,
Хикмәтле лә
Атай хикәйәте,
Әсәйемдең
Тапҡыр мәҡәлдәре
Гүзәл донъя
Аңда хасил итеп,
Зиһенемде нурлап,
Яҡтыртып,
Алып мине
Өнһөҙлөктән тартып.
Һәм шул ваҡыт
Асылыр офоҡтарым!
ВЕРЛИБРҘАРЫМ
Верлибрҙар –
уй шырлыҡтары аша
шыбырлау.
Лабыр-лобор ҡайнай лава.
Шәм яҡтыһында,
Лығырҙанып,  бәләләр,
юш килгән төштәр 
бәүелә.
Йәки – либретто –
Ауыр хеҙмәттән рух азатлығын тапҡан
Рудольф Нуриев өсөн
Башҡорт балеты либреттоһы.
Верлибр миңә 
Яҡтыға,
Яҡшыға 
Ынтылырға
Көс бирә.

*  *  *  
Ҡоштар ҡайта.
Күскенселәр ҡайта.
Барып етә алмай адресатҡа,
Ҡайта хаттар.
Һуғыш яландарын үтеп иҫән-аман,
Илгә ҡайтҡан берҙән-бер арғымаҡ
"Керчь-Ҡарлуғас" ҡушаматлы саптар һымаҡ,
Ҡайта аттар...
Кире ҡайтмай ләкин
                                үткән байрам.
Күтәрелмәй
                               музейҙағы байраҡ.
Кире ҡайтмай,
шартлау, төтөн аша юл таба алмай,
янғындарҙа ҡанаттары көйрәп,
туптай ергә осоп төшкән
                                                    ҡоштар.
Алмағастың хуш еҫле аҡ сәскәһенә әүрәп,
Ултырырҙар ине лә һайрап...
Бар донъям –   ап-аҡтан.
Ҡайтманы ҡоштар һинең яҡтан.
Юлын бормай ваҡыт,
мөмкин түгел
кире ҡайтыу!..
Елберҙәй тик йөрәк түрҙәреңдә
Йәм-йәшел тыу.
ҠОРҒАН
Ҡорған,
Мине бар донъянан ҡаплағандай,
Киргән ҡанаттарын.
Күрһәтмәҫкә итә
Унда, тәҙрә артында,
Нимә барын.
Нимә булһын?!
Унда, ҡотороноп,
олоп йөрөй
Буран.
Сыҡ яныма, – ти ул, –
Сыҡ яныма!
Һин бит миңә
Туған!
Ҡыҙыҡ.
Мин, әлбиттә, рәхмәтлемен
Ҡорғанға,
Мине һәр төрлө бәләнән,
Ҡурҡыныстан
(Ә, бәлки, яңылыҡтан?
Ә, бәлки, тормоштан?)
Ҡурсып торғанға.
Тик мин сығам
Буранға.

ҺУҢҒЫ ТУПҺА
Марина Цветаеваға
1.
Алабуға.
Август.
Миләш ҡыуағы.
Селтәр ашъяулыҡ.
Түбәләге һайғауҙа  – ҡаҙаҡ тишеге.
Бөтәһе лә тап килә.
Осраҡлыҡ юҡ.
Урман бишеге –
Һуңғы тупһаң –
Билдәһеҙ.
Исемең яҙылған
Таш плитәне , әйҙә,
Гөлгә күмһендәр.
Исемең нисек сәскә ата, күрәһеңме,
Ҡайҙа һин,
Ма-ри-на.
Һин яратҡан оҙон һыҙыҡтар
Исемеңде күмә нурҙарға –
Ҡаҙауҙар,
Һайғауҙар,
Матрицалай матсалар аша –
Хоҙайға,
Ундағы үҙеңә,
Ашҡанда.
2.
Диңгеҙ ярһыуында,
Йәшенле болотта
Һине күрәм.
Исемеңдә
Әскелтем татты
Һиҙәм.
Ҡапыл иҫкән ел,
Йылға аҡсарлағы тауышы
Һәм – күк палубаһы –
Күҙҙәреңдә.
Һүҙҙәр һәм  – бушлыҡ аша һикереүме ни –
Тире...
Ма – ри – на!
3.
Тире – аяуһыҙ.
Тире – сараһыҙ.
Был бит бөтәһен дә ярлыҡауға юл.
Аралар үлсәмдәре,
Ваҡыт ҡырҙары.
Сәнғәтсә   – 
Тире.
Ҡатламдан-ҡатламға.
Һөйләмдән-һөйләмгә.
Тупһанан- тупһаға.
Был баҫҡыс –
Оҙон һыҙыҡтарҙан –
Хоҙайға,
Үҙеңә табан.

КАРАВЕЛЛА
Һинең көслө ҡулдарың тулҡындарға оҡшаш.
Ә мин –
Шул тулҡындарҙа бәүелгән 
Каравелла.
Һин ҡарайһың миңә,
Сикһеҙ һөйөп,
Күҙҙәреңә эстән йәштәр төйөп,
Һәм күҙҙәрең нурланып китә.
Ә тирә-яҡта –
Ҡағыҙҙар, 
Телефондар,
Энциклопедиялар, 
эреле-ваҡлы һүҙлектәр,
Торатау төшөрөлгән һәм башҡа һүрәттәр,
Гәзиттәр,
Журналдар,
Микрофондар, диктофондар,
Студиялар, 
Аралар, юлдар,
Интервью, репортаждар,
Йоҡоһоҙ төндәрҙән һуң –
Донъяның
Бығаса билдәле булмаған сағылышы...
Һин – тулҡын.
Мин – каравелла.

  *    *   *
Аҡ ҡағыҙға уйҙарым тама.
Тама ла,
Ҡайҙалыр тәрәнгә һеңеп,
Юғала.
Аҡ ҡарға тамған
Ямғыр тамсыларымы ни!
Ҡырпаҡ ҡар 
Ниндәй сер һаҡлай?
Яҙын улар гөлдәр булып
Шытып сығыр.

*   *   *  
Ҡолонҡайҙар саба болонда.
Шундай һиллек.
Аһәң.
Тояҡ тауыштары
Йөрәк тибешемә лә,
Йыһан моңона ла
Ауаздаш.
(голосов: 0)

Шиғырҙар/Стихотворения

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ

Тәржемәләр/Переводы

Йәләлетдин Руми
Имадеддин Нәсими
Джанни Родари
Габриэль Гарсиа Маркес
Хименес
Антон ХансенТамсааре
Душан Джуришич
Ли Цин Чжао
Олжас Сулейменов
Кадрия
Наталья Сайя
Кожогелди Кулуева
Саят Камшыгер (Ҡаҙаҡсанан башҡортсаға)

Поэтические сборники и книги для детей:

«Песня копыт» /1987/

«Меж землей и небом» /1992/

«Семиречье» /1999/

«Азнабика, мать Салавата» (2006)

«Золотое сечение» /2008/

«Струны любви» /2013/

«Каменная река» /2016/

«Железный век» /2018/

«Марафон» /2018/

«Грани времен» /2019/

«Шашкалар илендә» /2013/

«Благодатный день/Бәрәкәтле көн» /2016/

РУХ КӨМБӘҘЕ китабынан шиғырҙар:

Балалар өсөн әкиәттәр

Орлоҡбикә
Орлоҡбикә Орлоҡб икә (әкиәт) … Ниндәй хуш еҫле донъя! Үҙе һымаҡ һарыбаштар ҙа күп икән бында. Нимә тип шыбырлаша һуң әле улар? Орлоҡбикә

Балалар өсөн хикәйәләр

БАЛЛЫ ҠАЛАС
БАЛЛЫ ҠАЛАС Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын, йәлләмәй, бирҙе бит!
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?
Ҡарға бутҡаһы тәмлеме? — Ҡар, ҡар! — тиешеп йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтты. Ҡар башына ҡар етә, оҙаҡламай яҙ етә, тип юраны быны ололар. Тау баштары ҡарҙан
Атом бәшмәге
Атом бәшмәге Бөгөн дә ҡустыһы менән икәүһен генә ҡалдырып китә әсәһе. Наил ризалашмаҫҡа ла уйлағайны, ләкин, әсәһенең ҡәтғи ҡиәфәтен,

Балалар өсөн шиғырҙар

РӘҒИНӘ НИСЕК АФРИКАҒА БАРҒАН
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ
ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ ҠУҢЫҘ менән ИЛАҠ ҠЫҘ “Ҙ-ҙ-ҙ!” Һин кем? Мин ҡуңыҙ-ҙ-ҙ! Ә үҙ-ҙ-ҙең кем, илаҡ ҡыҙ-ҙ-ҙ? Уйнайыҡ, әйҙ-ҙ-ҙә, ҡумыҙ-ҙ-ҙ! Май айында мин
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ Күгәрсен күҙҙәре - Бигерәк саф үҙҙәре, Мөлдөрәп ҡарайҙар, Ялбарып һорайҙар: Өҙмә, ти, сәскәмде, Ҡәҙерлә, ти,

Стихи для детей (переводы на русский язык)

Про микробы
ИНЕЙ
В шкафу
В шкафу В шкафу Шкаф открыт и шкаф закрыт. Вот придумал я игру! Взятый в плен одеждой шкафа, Одного я не пойму. Платья мамины,  лаская,

Популяр шиғырҙар:

Һүрәт төшөрәм
Һүрәт төшөрәм Биҙәк семәрләргә тиһәң, Миңә ҡуш. Һә тигәнсә әҙер ҡояш Йә бер ҡош.
Әсәкәйем
Әсәкәйем Әсәкәйем, һинең янда Миңә бик йылы. Йомшаҡ наҙлы тауышыңда Мәрхәмәт тулы.
ҠОМ СӘҒӘТЕ