Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 18-09-2013, 07:19 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем

Просмотров 1 401
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2012
Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
Исеме:Асылыкүл
Автор:Регина Шаһисолтанова
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Асылыкүл

Асылыкүл Башҡортостандағы иң ҙур күл. Уның тәрәнлеге 5 метрҙан ашыу. Буйы 8 километр булһа, киңлеге 5 километрға етә.

Күлдең борон Ҡаратабын күле, Ер упҡан, Ер батҡан тигән атамалары ла булған. Йөҙө тымыҡ — көлөп баҡҡан Ҡояш аҫтында бик ҙур түңәрәк көҙгөләй ялтлап ята ул. Асылыкүлдең тирә-яғында шырт еҙүлән, аҡтамыр, быуын япраҡлы шалфей, сел үләне кеүек һирәк осрай торған үҫемлектәр һаҡланып ҡалған.

Күл буйҙары дүңгәк-дүңгәк,

Күл һыуҙары күк-күңгәк — тип йырланыла йырҙа.

Башҡорт халҡының Заятүләк менән Һыуһылыу эпосында ла Асылыкүл телгә алына.

Бына шул Асылыкүлдә – билдәһеҙ заттан бер әҙәм ханлыҡ ҡылған, ти. Исеме Сәсуар. Был Сәсуар хандың, сикһеҙ матур бер ҡыҙы булған. Исеме Һыуһылыу икән. Ҡыҙ, һәр көн иртә менән күлдең ситенә сығып, сәсен тарап, үреп китер булған.

Бер көн шулай Түләк Һыуһылыуҙы күреп, ғашиҡ булған. Ҡыҙҙың да уға күҙе төшкән. Һыу аҫты батшалығына төшөп һөйгәне менән тормош көтә башлағандар.

Бер ваҡыт Сәсуар хан, Түләк менән ҡыҙы Һыуһылыуҙы үҙенең йортона саҡырып:

– Һеҙ бында тора алмаҫһығыҙ, инде ер йөҙөнә сығығыҙ. Мин һеҙгә күп итеп мал бирермен,– тигән. Һыуһылыу менән Түләкте Асылыкүл аҫтынан яр ситенә сығарып ташлатҡан. Заятүләк күл ситендә ҡайғырып, ҡайҙа барырын белмәй торғанда, аҡ һаҡаллы ҡарт килеп:

– Эй, улым! Бер ҙә ҡайғырма! Балҡантауға бар! Хоҙай Балҡан тауын һинең өсөн яратҡан,– тигән.

Һыуһылыу, Заятүләккә ҡарап:

– Эй, йәнем, тау башына менеп етмәй тороп, бер ҙә артыңа әйләнеп ҡарама! Ҡараһаң, бергә эйәреп килә торған мал-тыуарҙы харап итерһең,– тип әйткән.

Түләк атына менеп, Һыуһылыу әйткәнсә, артына әйләнеп ҡарамай, тауға ҡарап йүнәлгән. Балҡантауға етер саҡта, күңеленә ҡурҡыу төшөп, тауыш сыҡҡан яҡҡа әйләнеп ҡарай. Күл төбөнән бик күп мал сығыуын күргән ул. Әммә Заятүләк әйләнеп ҡарағас та, ҡурҡышып, Асылыкүлгә кире сумғандар. Ҡалғандары бик аҙ ҡалған.

Бына шул ваҡыттан бирле Сәрмәсән һәм Дим йылғалары буйындағы малдарҙы Һыуһылыуҙың артынан сыҡҡан һыу йылҡыһы, тиҙәр.

Ҡалған малдары менән улар Балҡантауға барып ғүмер итә башлағандар.

Регина Шаһисолтанова әҙерләне.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар