Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 18-09-2013, 07:22 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем

Просмотров 1 467
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2012
Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
Исеме:Ағиҙел
Автор:Регина Шаһисолтанова
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Ағиҙел

Ҡарт Уралдың Ағиҙел исемле ҡыҙы булған. Тирә-яҡта даны таралған Шәкенең күҙе төшкән уға. Үҙе лә бик сибәр, ти, егет. Әммә бәғере ҡаты булған. Йөрәге урынында таш икән. Шуға ла Ағиҙел уны ятһынған.

— Барыбер мин теләгәнсә буласаҡ, — тигән егет һәм Ағиҙелде урлап, үҙ ауылына ҡарай сапҡан.

Ҡыҙ аттан ысҡынып төшөп ҡасҡас, Шәке уның юлына арҡыры ҡарсығаһын осора.

— Атай, ҡотҡар мине, зинһар, — тип ялына Ағиҙел.

— Береһе лә һиңә ярҙам итмәйәсәк. — тигән дә Шәке Ағиҙелде ҡамсылаған.



Ҡарт Урал бик асыуланған һәм Ағиҙелде йылғаға әүерелдергән, ти. Ул матур, саф һыулы йылға булып ағып киткән. Ҡарсыға төшкән урында тау ҡалҡа. Уны Ҡоштау (Ҡуштау) тип атайҙар. Шәке, асырғанып, күкрәгенән йөрәген йолҡоп, ҡыҙҙың юлына ырғыта. Ағиҙел, "аһ" итеп, йөрәктәге урап сыға ла артабан йүгерә. Ул инде, бик теләһә лә, туҡтай алмай... Ә егеттең йөрәге — Йөрәктау, кәүҙәһе Шәкетау булып ҡалҡҡан, ти.

Бик күп башҡорт йырҙарында маҡталып, риүәйәттәрҙә һоҡланып телгә алына Ағиҙел.

Көмөштәй аҡ был йылға Көнъяҡ Уралда урынлашҡан Ирәмәл тауы тирәһенән баш ала. Ул Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы.

Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан ағып сығып, уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға. Оҙонлоғо — 1420 км. Ағиҙелдең иң ҙур ҡушылдыҡтары: Нөгөш, Эҫем, Ҡариҙел, Танып, Ашҡаҙар, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән һәм Сөн. Ә үҙе Кама йылғаһына ҡоя.

Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.

Регина Шаһисолтанова әҙерләне.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар