Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  2. Алтын алма

    image
    Алтын алма
  3. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  4. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  5. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 18-09-2013, 08:27 | Категория: Әкиәттәр / Ҡоштар

Просмотров 1 303
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2013
Рубрика:Әкиәттәр / Ҡоштар
Исеме:
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА тәржемәһе
Район:
Ауыл:
Рәссам:Әлфиә ШАФИҠОВА
Күгәрсен бүләге


(Мадъяр халыҡ әкиәте)

Бәләкәй генә бер ауылда Кижаван исемле крәҫтиән йәшәгән. Ул бик ярлы икән, хатта туғандары ла булмаған. Әммә бөтә урман йәнлектәре, ҡоштары менән дуҫ икән, ти.

Бер ваҡыт ул ныҡ асыҡҡан, әммә өйөндә ашарға ҡалмаған. Кижаван урманға киткән. Ҡапыл:

— Миңә ярҙам итсе! — тигәнде ишеткән. Әйләнеп ҡараһа, юлда күгәрсенде күреп ҡала.

— Оса алмайым, мине ҡотҡар әле! — тип үтенгән ялбарыулы тауыш менән ҡош.

Кижаванға яҡлауһыҙ ҡалған күгәрсен йәл булып киткән. Уны күтәреп, өйөнә атлаған.

— Һауыҡҡанға тиклем миндә йәшәрһең. Әммә һине ашатырға бер нәмәм дә юҡ шул, — тип ҡайғырған ул.

— Борсолма, — тип йыуатҡан күгәрсен. Урманда ҙур манго ағасы үҫә. Уның ҡыуышында дөгө ярмаһы ята. Барып шул дөгөнө ал.

Кижаван манго ағасы табып, ҡыуышына күҙ һалған. Унда услап дөгө ятҡанын, ә тирә-яғы ҡиммәтле таштарҙан балҡып торғанын күргән.

Ул дөгөнө генә алған да, ауылға ҡайтҡан. Тупһаһында икенсе күгәрсенде күргән. Ҡоштар ҡыуанышып гөрөлдәгән. Кижаван уларға бөтә дөгөнө лә биргән.

— Нишләп үҙеңә дөгө ҡалдырманың? — ип һораған күгәрсен.

— Мин түҙермен әле, — тип тыныс ҡына яуаплаған крәҫтиән.

Икенсе күгәрсен өйҙән осоп сығып киткән дә, оҙаҡламай, суҡышына нимәлер элеп, кире әйләнеп килгән. Был алтын йөҙөк булып сыҡҡан.

— Ошо йөҙөктө ал. Ҡулыңдан сисмәһәң, ни теләһәң дә ҡабул булыр, — тигән күгәрсен.

— Миңә икмәк менән һөт булһа, еткән, башҡаһы кәрәкмәй, — тип рәхмәтен белдергән ҡошҡа Кижаван.

Әйтеп бөтөп тә өлгөрмәгән, өҫтәлендә икмәк менән һөтлө сынаяҡ барлыҡҡа килгән.

Шул ваҡыттан алып Кижаван бәхетле йәшәй, ти. Нимә кәрәк, барыһын да уға күгәрсен дуҫының бүләге — йөҙөк биреп тора икән.

Күгәрсен бүләге


Миңлегөл ТАЙСИНА тәржемәһе.
Рәссам Әлфиә ШАФИҠОВА
Аҡбуҙат, 5-2013
(голосов:2)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар